

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликов вазифаһын ҡалдырҙы. Ул был хаҡта социаль селтәрҙә пост яҙған.
Белдереүенсә, был ҡарарҙы күптән ҡабул иткән. Бөгөн был вазифала һуңғы эш көнө.
"Инде күп эш башҡарылды, хәҙер вәкәләттәрҙе һалыу өсөн иң уңайлы ваҡыт. Хөрмәтле стәрлетамаҡтар, ярҙамығыҙ, конструктив тәнҡитегеҙ һәм аныҡ хеҙмәтегеҙ – ошо йылдарҙа бергә башҡарған барыһы өсөн рәхмәт. Һеҙҙең ярҙамһыҙ уларҙы тормошҡа ашырып булмаҫ ине", – тип билдәләгән Владимир Куликов.
Стәрлетамаҡ яҡшырҙы, Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалалар статусын һаҡлап ҡалды, тип иҫәпләй ул.
Владимир Куликов ҡалалағы парктар, скверҙар, аллеялар булдырылыуы, Стәрле йылғаһы буйы, ихаталар, подъездар төҙөкләндерелеүе, юлдар һалыныуы, бер нисә яңы мәктәп, балалар баҡсаһы, сауҙа үҙәге асылыуы тураһында ла әйтеп үткән.
“Ҡалаға “Содовик” спорт комплексын, “Сода” мәҙәниәт йортон ҡайтарҙыҡ. Вәғәҙә иткәнсә, Яр буйында һәм Октябрь проспектында юлдар барлыҡҡа киләсәк, вәғәҙәмде үтәнем – төҙөлөш башланды”, – тип белдерҙе Владимир Куликов.
Әле Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса үтәү Рөстәм Фәрит улы Ғәзизовҡа йөкмәтелде, ул быға тиклем Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләгән.
Фото һәм сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/1656015-mer-sterlitamaka-vladimir-kulikov-napisal-proshchalnyy-post/