

Ауырғазы районы башлығы Зөфәр Иҙрисов вазифаһын ҡалдырыу тураһында ғариза яҙған. Урындағы Совет депутаттары сираттан тыш ултырышта был мәсьәләне ҡарап, уның эштән китеүгә бәйле ғаризаһын ыңғай хәл иткән.
"Район халҡы именлеге өсөн эшләү минең өсөн оло мәртәбә булды. Берҙәм тырышлыҡ менән, республика ярҙамында ошо һигеҙ йыл дауамында күп ыңғай һөҙөмтәгә өлгәштек. Бөгөн Ауырғазы үҫешә, социаль-иҡтисад өлкә күрһәткестәре буйынса алдынғылар рәтендә ҡала", – тип яҙған ул.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Зөфәр Иҙрисовҡа Өфө ҡалаһы хакимиәтендә эш тәҡдим иткәндәр.
Депутаттар әлегә Ауырғазы районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса үтәүҙе Арыҫлан Шәһәретдиновҡа тапшырған.
Фото һәм сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/1655195-glava-aurgazinskogo-rayona-bashkirii-zufar-idrisov-pokinul-svoy-post-/