

Бөгөн Билдәле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, яҙыусы Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 125 йыл тулды. Ошо айҡанлы республикала төрлө саралар ойошторола. Шул иҫәптән, уларҙың береһе кисә Өфөлә Ш.Ә. Хоҙайбирҙин йорт-музейында уҙғарылды.
Тәүҙә шәхестең тыуған көнөнә бағышланған “Яугир-революционер һәм журналист” тип аталған күргәҙмә асыу тантанаһы үтте. Ш.Ә. Хоҙайбирҙин йорт-музейы мөдире Юнир Минишев бындағы экспонаттар менән яҡындан таныштырҙы. Мөдир белдереүенсә, шәхескә бәйле экспонаттар, документтар әленән-әле өҫтәлеп тора, ҡай саҡта көтмәгән табыштар ҙа була. Мәҫәлән, 90 йылдарҙа бинаны төҙөкләндергән саҡта уның нигеҙенән 1895 йылда сығарылған Наган системалы револьвер табылған.
Артабан сара “Ваҡытты атлап үткән исем!” тип аталған түңәрәк өҫтәл артында дауам итте. Ул республика кимәлендә ойошторолдо тип әйтһәк тә хата булмаҫ, сөнки унда Башҡортостан Милли архивы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге ҡала балалар китапханаһы эшмәкәрҙәре, ғалим, журналист, яҙыусыларҙан тыш, сараға Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылындағы музей һәм мәктәп коллективы, китапхана, Баймаҡ районындағы Темәс тарих һәм тирә яҡты өйрәнеү музейы мөдире Айҙар Мәжитов онлайн ҡушылды.
Сараны йорт-музей етәксеһе Юнир Минишев алып барҙы.
Түңәрәк өҫтәлдә халҡыбыҙҙың бөйөк улының биографияһына байҡау яһалды, уның исемендәге премияның бәҫен күтәреү һәм башҡорт теленә бәйле төплө фекерҙәр яңғыраны.
Башҡортостан Милли музейының генераль директоры урынбаҫары Илгиз Хәйруллин, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы лауреаты, Башҡортостан дәүләт университеты профессоры Фәнил Күзбәков, Башҡортостан Милли архивы директоры урынбаҫары Ниязбай Сәлимов, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы лауреты Марсель Сәлимов, Мәжит Ғафури йорт-музейы мөдире Ғәҙилә Бүләкова, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Үҙәк балалар китапханаһының ғалим сәркәтибе Айҙар Танатов шәхес тураһындағы фекерҙәре, уның исемен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәре менән уртаҡлашты.
Сараға шәхестең туғандары - килене һәм ейәнсәре - Дилара Ирек ҡыҙы менән Гөлдәр Айрат ҡыҙы Хоҙайбирҙиналар саҡырылғайны. Улар Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.
Йорт-музейҙағы саранан һуң унда ҡатнашыусылар Шәһит Хоҙайбирҙиндың рухын ризалау өсөн зыярат ҡылды – Өфөнөң В. Ленин паркындағы ҡәберенә сәскә һалды.
Автор фотоһы.