

Республика көнө байрамы алдынан дүртөйлөләр райондың беренсе энциклопедияһының исем туйына йыйылды. Был ваҡиға бер кемде лә битараф ҡалдыра алманы, бәләкәй тыуған ил, уның үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән яҡташтар тураһындағы иҫтәлекле китап һәр кем өсөн ҡәҙерле. Ошо ваҡиға хөрмәтенә почетлы ҡунаҡтар, исемдәре китап биттәрендә сағылыш тапҡан яҡташтар килде. Улар – районды маҡтаулы хеҙмәттәре менән данға күмгән кешеләр.
“Беҙҙең эш төркөмө 1 800 эксклюзив материал әҙерләне, иҫ киткес ҙур эш башҡарылды. Китапты сығарыуҙа дүртөйлөләр ҙә ҡатнашты – бөртөкләп үҙенсәлекле материалдарҙы йыйҙылар, ғаилә документтары, фотографиялар, гәзит-журнал материалдары тупланды, иҫтәлектәре менән уртаҡлаштылар,– тип тәьҫораттары менән бүлешә район хакимиәте башлығы Риф Йосопов. – Йылдар үтеү менән энциклопедияның ҡиммәте, мөһимлеге артасаҡ ҡына Дуҫтар, беҙ бөгөн яңы тарихҡа юл башланыҡ, райондың заманса үҫешенә старт бирҙек– беҙ алға барабыҙ! Башҡортостандың төп байрамы – Республика көнө менән ҡотлайым! Байрам менән, хөрмәтле дүртөйлөләр! “
Фото: Дүртөйлө район хакимиәте сайты.