

Бөгөн – Республика көнөндә күп сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре был байрамдың әһәмиәте тураһында фекерҙере менән уртаҡлаша. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин белдереүенсә, халыҡтар берҙәмлеге – республиканың нигеҙе һәм төп ҡиммәттәренең береһе.
– Халыҡтар берҙәмлеге – был беҙҙең республиканың, йәмғиәтебеҙҙең нигеҙе һәм төп ҡиммәте. Башҡортостан – төрлө мәҙәниәтле һәм бай тарихлы үҙенсәлекле урын, ә юғары ҡаҙаныштары, донъя кимәлендә танылыуы – иң ҡыйыу пландарҙы һәм ҙур мәсьәләләрҙе иңгә-иң терәп алып барған уңған һәм һәләтле Башҡортостан халҡының хеҙмәте. Шуға ла Башҡортостан Республикаһы көнө – республиканың барлыҡ халыҡтарын берләштергән байрам, тип иҫәпләйем.
Хөрмәтле Башҡортостан халҡын ихлас күңелдән Башҡортостандың төп байрамы – Республика көнө менән ҡотлайым! Бәхет, һаулыҡ, тыуған еребеҙҙең һәм Ватаныбыҙҙың артабан да сәскә атыуы һәм етеҙ үҫеше хаҡына яңы ҡаҙаныштарға өлгәшеүегеҙҙе теләйем. Беҙҙең берҙәмлек, уңғанлыҡ һәм тоғролоҡ киләсәктә лә республика үҫешенә, шулай уҡ халҡының именлегенә һәм йәмғиәттәге тотроҡлоҡҡа булышлыҡ итәсәк, – тине Рафаэль Мәрҙәншин.
Фото: bashkortostan.er.ru