

Бөгөн Башҡортостандың төп дәүләт байрамы – Республика көнө айҡанлы “Торатау” конгресс-холында үткән тантаналы йыйылышта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҙур доклад менән сығыш яһаны, унан һуң лайыҡлы яҡташтарыбыҙға юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.
Өс кеше Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Улар – Ҡаҙағстандың сауҙа һәм интеграция министры Бахыт Солтанов, Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе аҡымы Ғәли Искәлиев һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов.
Бахыт Солтанов бындай юғары награда өсөн рәхмәт әйтте һәм Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Тоҡаев ебәргән ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.
“Республика көнө айҡанлы ихлас ҡотлауҙарыбыҙҙы, изге теләктәребеҙҙе ҡабул итегеҙ. Бөгөн Башҡортостан - Рәсәйҙең ҡеүәтле сәнәғәт өлкәһе, шулай уҡ бай тарихлы, үҙенсәлекле мәҙәни мираҫлы лидер төбәктәрҙең береһе. Һеҙҙең етәкселек аҫтында республика артабан да иҡтисади йәһәттән тотороҡло үҫешер, граждандарҙың социаль именлеген тәьмин итеүгә бәйле мөһим үҙгәрештәр кисерер. Ҡаҙағстан халҡы һеҙҙең уңыштарға ихлас ҡыуана, ике аралағы артабанғы хеҙмәттәшлеккә ҙур әһәмиәт бирә”, – тигән һүҙҙәр бар Ҡаҙағстан Президенты ҡотлауында.
“Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән хеҙмәт ветераны Рифмир Аҡлаев, Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Ғиниәт Ҡунафин, Нефтекама ҡалаһының элекке хакимиәт башлығы Игорь Лим, Башҡортостандың профсоюздар федерацияһы рәйесе кәңәшсеһе Әмирхан Сәмерханов, элекке спорт министры Владимир Самородов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, элекке Хөкүмәт вице-премьеры һәм элекке Өфө мэры Фидус Ямалетдинов наградланды.
Бүләкләнеүселәр үҙ хеҙмәтен лайыҡлы баһалағандары өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.
Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән быйыл юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионы исемен алған Адлан Амриев, республиканың элекке хәрби комиссары Тимофей Азаров һәм WorldSkills Европа чемпионаты финалсыһы Илнур Шәйхисламов бүләкләнде.
Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһының Миловка табип-амбулаторияһы табип-терапевы Татьяна Иванова “Башҡортостандың атҡаҙанған табибы” тигән исемгә лайыҡ булды. Дим районы дауаханаһы акушер-гинекологы Флүрә Нурҡаева - Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, ә Жиганов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһы уҡытыусыһы Филүс Ҡаһиров Башҡортостандың атҡаҙанған артисы булып танылды.
Республика халҡын байрам менән Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко ла телеграмма аша ҡотланы һәм республикабыҙға артабан да уңыштар теләне.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.