

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов белдереүенсә, Республика көнө күптән инде изге традицияға әйләнгән, уның менән тотош бер быуын тыуҙы һәм үҫте.
– Был байрам күптән традицияға әйләнде. Уның менән тотош бер быуын тыуҙы һәм үҫте. Бер-беребеҙҙе ҡотлағанда күп осраҡта был байрамдың төп аҫылы – уның бер ерҙә йәшәгән халыҡтар дуҫлығы һәм килешеүсәнлеге сағылышы булғаны, тыуған ерен эскерһеҙ яратҡан һәм уның тарихына һаҡсыл ҡараған барлыҡ кешеләрҙе берләштергәне тураһында уйлап еткермәйбеҙ. Ысынында иһә, илдең полиэтник һәм күп конфессиональ төбәктәренең береһе булыуын иҫәпкә алғанда, был бик мөһим.
Шуға ла беренсе сиратта республика халҡына бергәләп өлгәшкән иҡтисади һәм сәйәси именлекте һаҡлауҙы һәм арттырыуҙы теләйем. Был, ысынлап та, бик мөһим, һәр ғаиләнең бәхете һәм именлеге уға туранан-тура бәйле.
Һәр кемгә һаулыҡ теләйем, көсөргәнешле эпидемиологик хәлдә был айырыуса мөһим. Тағы ла берләшә белеүҙе, беҙҙең ҙур йортобоҙҙа килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергә тупланып һәм эшлекле хәл итеүҙе теләйем.
Беҙ, депутаттар, шуның өсөн эшләйбеҙ, һайлаусыбыҙға һәр саҡ ҡул һуҙырға, ябай булмаған хәлдә ярҙам итергә әҙербеҙ.
Фото: Рөстәм Ишмөхәмәтовтың шәхси архивынан.