Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Октябрь 2021, 15:30

Рафаэль Байдәүләтовҡа - награда

Республика көнө айҡанлы үткәрелгән тантаналы йыйылышта ветерандар ҙа ҡатнашты. Улар араһында Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов та булды.

Рафаэль Байдәүләтовҡа - наградаРафаэль Байдәүләтовҡа - награда
Рафаэль Байдәүләтовҡа - награда

Республика көнө - Башҡортостан халҡы өсөн ҙур байрам. Айырыуса уны булдырыуға ҙур өлөш индергән кешеләр өсөн.

Бөгөн Республика көнө айҡанлы үткәрелгән тантаналы йыйылышта ветерандар ҙа ҡатнашты. Улар араһында Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов та бар ине. Республика Башлығы Радий Хәбиров уны “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән наградланы. Рафаэль Ибраһим улы хеҙмәтен баһалаған өсөн рәхмәт әйтте һәм бар Башҡортостан халҡын байрам уңайынан тәбрикләне.

– Бөгөн бында халыҡ араһында булыуым менән бик бәхетлемен. Икенсе йыл рәттән республика был ҙур байрамды коронавирус шарттарында үткәрә. Сиргә ҡарамайынса, уны билдәләү бик дөрөҫ тип иҫәпләйем. Байрамға етәкселек һәр ваҡыт ентекле әҙерләнә, үткәндәргә йомғаҡ яһай, яңы объекттар аса - был халыҡ өсөн кәрәк. Беҙҙе, ветерандарҙы, онотманығыҙ өсөн дә ҙур рәхмәт. Бар Башҡортостан халҡын оло байрамыбыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Һәр кемгә уңыштар, һаулыҡ, именлек теләйем, – тине Рафаэль Ибраһим улы.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас