

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге ҡайһы бер үҙгәрештәр тураһында хәбәр итте. Башҡортостан Башлығы бойороғо менән 12 октябрҙән Урал Килсенбаев Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул 2019 йылдан етәксе урынбаҫары вазифаһын биләй ине.
Шулай уҡ үткән аҙнала бер нисә районда хакимиәт башлыҡтары отставкаға киткәйне. Улар буйынса ла ваҡытлы ҡарарҙар ҡабул ителгән. Ауырғазы районында ваҡытлыса хакимиәт башлығы вазифаһын Арыҫлан Шаһретдинов башҡарасаҡ. Быға тиклем ул республика Башлығының муниципаль берәмәктәр менән эш итеү идаралығында кәңәшсе булып эшләгән.
Бүздәк районында хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса Илнур Игдиев башҡарасаҡ, ул быға тиклем Асҡын районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләгән.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында хакимиәт башлығы вазифаһын Рөстәм Ғәзизов башҡарасаҡ, ул быға тиклем Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары булған.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.