Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
13 Октябрь 2021, 05:00

Башҡортостан депутаттары ниндәй комитеттарҙа эшләйәсәк?

Дәүләт Думаһы Рәйесе итеп Вячеслав Володинды һайланылар.

Башҡортостан депутаттары ниндәй комитеттарҙа эшләйәсәк?Башҡортостан депутаттары ниндәй комитеттарҙа эшләйәсәк?
Башҡортостан депутаттары ниндәй комитеттарҙа эшләйәсәк?

Дәүләт Думаһының VIII саҡырылыш депутаттарының беренсе пленар ултырышы үтте. Унда Дәүләт Думаһы Рәйесе итеп Вячеслав Володинды һайланылар. Шулай уҡ 32 комитет рәйесе билдәле булды, уларҙың 12-ендә Башҡортостандан һайланған депутаттар күрһәтелгән.

Беҙҙең депутаттар түбәндәге комитеттарҙа эшләйәсәк:

– Дәүләт төҙөлөшө һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитет

Павел Рюрикович Качкаев – рәйестең беренсе урынбаҫары.

– Дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу буйынса комитет

Ирина Александровна Панькина, рәйестең беренсе урынбаҫары.

— Мәғлүмәт сәйәсәте, мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә буйынса комитет

 Александр Андреевич Ющенко, рәйестең беренсе урынбаҫары.

 — Милек, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре мәсьәләләре буйынса комитет

Иван Константинович Сухарев, рәйестең беренсе урынбаҫары.

— Бюджет һәм һалым буйынса комитет

Наталья Алексеевна Орлова, рәйес урынбаҫары.

— Транспорт һәм транспорт инфраструктураһы буйынса комитет

Рифат Ғәбделхаҡ улы Шәйхетдинов, рәйестең беренсе урынбаҫары,

Рафаэль Мирхәтим улы Мәрҙәншин, рәйес урыбаҫары.

— Хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса комитет

Ризван Даниял улы Ҡорбанов, рәйес урынбаҫары,

Динар Заһит улы Ғилметдинов.

— Финанс баҙары буйынса комитет

Владимир Боросович Сенин.

— Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет

Римма Әмир ҡыҙы Үтәшева.

— Физик культура һәм спорт буйынса комитет

Рима Аҡбирҙе ҡыҙы Баталова.

— Мәғариф буйынса комитет

Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова.

— Экология, тәбиғәт сығанағы һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитет

Зариф Закир улы Байғусҡаров.

Фото: http://duma.gov.ru/news/52412/

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас