

14 октябрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте үҫеше буйынса советтың ғәмәлдәге составының һығымта ултырышын үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусылар төбәктә коронавирус инфекцияһы таралыу ихтималлығына бәйле хәл, вакцинацияланмаған кешеләр өсөн сикләү саралары индереү һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында һөйләште.
Кәңәшмәне асып, Радий Хәбиров советтың ғәмәлдәге составына һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Һәр берегеҙгә рәхмәт. Советты формалаштыра башлағанда ғына, дөрөҫөн әйтәм, етди хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы булыр тип көтмәгәйнем. Ә ул төрлө фекерҙәр һәм аңлашыу юлдарын табыу майҙансығына әйләнде. Фекерҙәре төрлө булһа ла, һәр кем бер-береһенә хөрмәт менән ҡарай, - тине Башҡортостан Башлығы. – Һеҙгә һәр ваҡыт ҡыҙыҡһыныу менән килдем. Барығыҙ ҙа республикабыҙ тормошонда әүҙемһегеҙ. Совет ағзалары ҡатнашмаған бер генә резонанслы тема ла, ижтимағи-сәйәси хәл йәки социаль проблема ла булманы. Фекер алышыуҙарыбыҙ һөҙөмтәһендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау, уңайлы мөхит, мәктәптә туҡланыу, ҡала төҙөлөшө һ.б. буйынса 59 йөкләмә бирҙем. Улар барыһы ла атҡарылды.
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте үҫеше буйынса советтың әлеге составы рәйесе Владимир Барабаш эш һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне. Шулай итеп, улар 80 тапҡыр республика ҡалаларына һәм райондарына етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү, экология, ташламалар биреү, эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса сыҡҡан. Совет ағзаларының кешеләргә даими булышлыҡ ҡылыуы өсөн Хоҡуҡ һаҡлау үҙәге төҙөлгән, уның ярҙамында бер мең граждан ярҙам алған.
Совет ағзаһы, табип-неонатолог Фәйрүзә Латипова пандемия һөҙөмтәһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ҙур көсөргәнеш төшөүе хаҡында белдерҙе. Ошо сәбәпле күп кенә йәш белгестәр һөнәренән китә. Был кадрҙар ҡытлығына килтерә. Фәйрүзә Латипова медицина хеҙмәткәрҙәренә социаль ярҙамдың бер нисә төрөн – өҫтәмә түләүҙәрҙән алып ипотека буйынса процент ставкаһын кәметеүгә тиклем һораны.
Ултырышта ҡатнашыусылар вакцинацияланмағандар өсөн 4 октябрҙән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы этап буйынса индерелгән сикләү саралары хаҡында һөйләште.
- Беҙ күптәр сирләгән хәлдә йәшәйбеҙ. Шуға ауырыуҙы йоҡтороуҙы кәметеү өсөн ябай булмаған ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ, - тине Радий Хәбиров. – Прививка яһатҡан 1,3 миллион кеше бар. Халыҡ менән эшләргә кәрәк. Әйткәндәй, беҙҙең саралар һөҙөмтә бирә. Бер тәүлектә генә 29422 кеше прививка яһатты, был күрһәткес элек дүрт-биш мең тирәһе ине.
Ултырыш аҙағында Радий Хәбиров Кеше хоҡуҡтары буйынса советтың әүҙем ағзаларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Ул Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте үҫеше буйынса совет рәйесе Владимир Барабашҡа һәм яуаплы секретарь Зөлфиә Ғайсинаға элекке вазифаларында эшләүҙе дауам итергә тәҡдим итте.
Фото: glavarb.ru