Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Октябрь 2021, 09:30

Талҡаҫ күленең яҙмышы хәл ителде

Был мәсьәлә һуңғы йылдарҙа киҫкен тора ине

Талҡаҫ күленең яҙмышы хәл ителдеТалҡаҫ күленең яҙмышы хәл ителде
Талҡаҫ күленең яҙмышы хәл ителде

Башҡортостандың Хөкүмәт Премьер-министры  айырыуса һаҡланған яңы тәбиғәт билмәһен булдырыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.  

Был мәсьәлә һуңғы йылдарҙа киҫкен тора ине. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 15 майҙа Баймаҡта уҙған кәңәшмәлә Талҡаҫ күленә айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын биреү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Республика Башлығы шул саҡта сығышынды Баймаҡ районы халҡының ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарҙы табыу буйынса киң күләмле эш алып барған һәм закон боҙоуға юл ҡуйған эшҡыуарҙарҙан ыҙа сигеүе тураһында билдәләп үтте. Атап әйткәндә, Иҫән, Түбә, Һаҡмар, Темәс ауылдары халҡы муниципалитет һәм республика етәкселегенә “Семеновка руднигы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Талҡаҫ күленә яҡын урында карьер асыу ниәте тураһында белдереп, мөрәжәғәт итте.

Хәҙер Талҡаҫ күле биләмәһендә тәбиғәткә зыян килтерерлек эшмәкәрлек, шул иҫәптән ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын тикшереү һәм сығарыу, ҡаҙыу, төҙөлөш, сәнәғәт кимәлендегә балыҡсылыҡ, һыу аҫты һунары һәм башҡа кеүек эшмәкәрлек тыйылды.

Фото: artrb.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас