

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылда фән, техника өлкәһендәге дәүләт премияларын биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
* * *
“Башҡортостан нефть геологияһы һәм ятҡылыҡтарҙы эшләү” монографиялар циклы өсөн геология-минерология фәндәре докторы, профессор, “РН-БашНИПИнефть” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте өлкән инспекторҙар бюроһы эксперты Лозин Евгений Валентиновичҡа.
* * *
“Башҡортостан Республикаһында персоналләштерелгән медицина молекуляр-генетика нигеҙҙәрен эшләү” эше өсөн медицина фәндәре кандидаты, биология фәндәре докторы, Рәсәй авторлыҡ йәмғиәте профессоры, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми-тикшеренеү институтының Биохимия һәм генетика институты баш ғилми хеҙмәткәре, директорҙың фән буйынса урынбаҫары Карунас Александра Станиславовнаға;
биология фәндәре докторы, доцент, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми-тикшеренеү институтының Биохимия һәм генетика институты әйҙәүсе белгесе, Республика медицина-генектика үҙәге директорының лаборатория-диагностика буйынса урынбаҫары Хөсәйенова Рита Игоревнаға.
* * *
“Башҡортостандың полиэтник мөхитендә телдәр һәм мәҙәниәттәрҙең үҙ-ара бәйләнеше” темаһы буйынса - филология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Абдуллина Гөлфирә Риф ҡыҙына;
филология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт дәүләт университетының рус һәм сағыштырма филология кафедраһы мөдире Фәтҡуллина Флүзә Ғабдулла ҡыҙына;
филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының немец һәм француз филологияһы кафедраһы профессоры Мерәҫев Рәхим Зәки улына;
филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Башҡортостан Республикаһы тарихы, археология һәм этнология кафедраһы доценты Сәйетбатталов Искәндәр Рәсүл улына;
юридик фәндәр кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы кафедраһы доценты Хәйбуллин Айнур Рәүеф улына.
* * *
“Функциялар һәм операторҙар теорияһында ике яҡлылыҡ” эштәр циклы өсөн - физика-математика фәндәре докторы, профессор, Башҡорт дәүләт университетының юғары алгебра һәм геометрия кафедраһы мөдире Хәбибуллин Булат Нурмый улына;
физика-математика фәндәре кандидаты, доцент, Башҡорт дәүләт университеты ғилми-тикшереү секторының өлкән ғилми хеҙмәткәре Әбүзәрова Наталья Фәйербах ҡыҙына;
физика-математика фәндәре докторы, доцент, Башҡорт дәүләт университетының математика анализы кафедраһы мөдире Ишкин Хәбир Кәбир улына;
физика-математика фәндәре докторы, доцент, Башҡорт дәүләт университетының математик анализ кафедраһы профессоры Кривошеева Олеся Александровнаға.
Фото: glavarb.ru