

Ҡулланыусыларҙың яҡланғанлығы йәһәтенән Рәсәй төбәктәре рейтингында Башҡортостан беренсе урынды яуланы. 2018 йылда республика икенселә булған.
Тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан рейтингтың алты критерийында иң яҡшы биш төбәк иҫәбенә инә, шуларҙың өсәүһендә лидер булып тора. Рейтинг “Рәсәй ҡулланыусылары берекмәһе” дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте тарафынан төҙөлгән.
"Хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙе еткереү һәм консультация биреү һөҙөмтәһендә халыҡ ҡулланыусылар баҙарында үҙ-үҙеңде дөрөҫ тотоу йәһәтенән тәртипкә өйрәнә. Был рейтинг беҙгә эштә ярҙам итә һәм ошо өлкәлә үҫеш юлдарын билдәләү мөмкинлеген бирә", – тине сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Башҡортостан - ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын тәьмин итеү буйынса төбәк программаһын финанслаған, ҡулланыусыларҙың йәмәғәт берекмәләренә ярҙам күрһәтеүҙең йоғонтоло алымдарын ғәмәлгә индергән субъекттарҙың береһе. Һуңғы өс йылда республикала ҡулланыусыларҙың белемен камиллаштырыуға йүнәлтелгән саралар күләме артҡан. Шулай уҡ уларға ярҙамдың муниципаль кимәле көсәйтелгән, белем биреү эшенә ҙур иғтибар бүленә. Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил дә Башҡортостанда ғына бар.
Дүртенсе йыл инде беҙҙә “Ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлауҙы ойоштороу” программаһы буйынса белемде камиллаштырыу курсы үткәрелә. Әле 56 ойошма халыҡҡа юридик ярҙам күрһәтә. Улар түләүһеҙ нигеҙҙә ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса судҡа дәғүәләр әҙерләргә ярҙам итә.
“Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау тураһында”ғы дәүләт программаһы төбәктә дүртенсе йыл инде уңышлы тормошҡа ашырыла. Ул ғәмәлдә булған осорҙа 4,5 миллион һумдан ашыу күләмдә субсидия бүленгән.
Был хаҡта Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та яҙҙы. "Әлбиттә, ковид беҙҙең пландарға үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Шуға ҡарамаҫтан, ҡулланыусыларға һәм бизнесҡа ярҙам итергә кәрәк, һәм быны һәр хәлдә эшләйәсәкбеҙ", - тип билдәләне ул.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53082
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53082