Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Октябрь 2021, 18:45

Документтарҙы тапшырыу ябайлаштырыла

Тиҙҙән күсемһеҙ милекте нотариустар аша теркәргә мөмкин буласаҡ.

Документтарҙы тапшырыу ябайлаштырылаДокументтарҙы тапшырыу ябайлаштырыла
Документтарҙы тапшырыу ябайлаштырыла

28 октябрҙән күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты дәүләт теркәүенә документтарҙы нотариус аша тапшырырға мөмкин буласаҡ.

Быға тиклем килешеү нотариаль раҫланған йәки башҡа нотариаль эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән осраҡта ғына ғәмәлгә ашырыла ине. “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығында ошо хаҡта белдерҙеләр.

"2019 йылдың февраленән нотариусҡа “Росреестр”ға күсемһеҙ милеккә килешеү йәки мираҫ тураһында таныҡлыҡ булғанда ғына документтарҙы “Берҙәм тәҙрә” системаһы аша электрон рәүештә тапшырырға мөмкин ине. Хәҙер иһә, 28 октябрҙән, граждан ниндәйҙер сәбәптәргә бәйле Күп функциялы үҙәккә йәки электрон сервис аша “Росреестр”ға документтар тапшыра алмаһа, нотариусҡа мөрәжәғәт итә, ә ул үҙ сиратында, Рәсәй Федерацияһының Нотариат тураһындағы законы нигеҙендә, кәрәкле документтарҙы иҫәп-теркәү өсөн “Росреестр”ға тапшырасаҡ", – тине “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марина Мартынова.

Ведомствола белдереүҙәренсә, был күсемһеҙ милекте теркәүҙе күпкә ябайлаштырасаҡ һәм тиҙләтәсәк. “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығына һанлы форматта ебәрелгән документтар өс көндә теркәләсәк.

Башҡортостандың Нотариаль палатаһы президенты Роза Евстафьева һүҙҙәренсә, нотариустар ведомство-ара электрон хеҙмәттәшлекте уңышлы файҙалана. Әле республикала нотариустар “Росреестр”ға документтарҙың 99 процентын электрон төрҙә тапшыра.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53106 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас