

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында парламент Рәйесе урынбаҫары вазифаһына кандидаттар өсөн тауыш биреү булды. Күпселек тауыш менән был урынға Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет ағзаһы Тамара Танһыҡҡужина һайланды.
Бер көн алда уның кандидатураһын “Берҙәм Рәсәй” партияһы фракцияһы хуплағайны. Тамара Танһыҡҡужинанан тыш, вице-спикер вазифаһына КПРФ фракцияһы тәҡдим иткән Лиә Хафизова һәм ЛДПР-ҙан Дмитрий Иванов дәғүә иткәйне.
– Тамара Танһыҡҡужина республика парламентына сентябрь һайлауы йомғаҡтары буйынса килде һәм шунда уҡ әүҙем рәүештә эшкә ҡушылды, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Республика халҡы Тамара Михайловнаны иҫ китмәле спорт ҡаҙаныштары буйынса ла, республиканың Йәмәғәт палатаһында әүҙем эшмәкәрлеге һәм ҡыҙыҡлы социаль проекттар буйынса ла яҡшы белә. Тамара Танһыҡҡужина үҙенең шәхси сифаттары арҡаһында күпкә өлгәште: үҙеңә талапсанлыҡ, ныҡышмаллыҡ, стресҡа ҡаршы тороу һәм ярҙамсыллыҡ. Ошо сифаттарының бөтәһе лә профессионализмы менән берлектә уға яңы өлкәлә – депутат һәм парламент рәйесе урынбаҫары булараҡ уңыштарға өлгәшергә ярҙам итәсәк.
Тамара Танһыҡҡужина депутаттарға ышаныстары өсөн рәхмәт әйтте. Быға тиклем вице-спикер булған Эльвира Айытҡолова Дәүләт Думаһы депутаты булып һайланды һәм әле унда эш башланы.
Фото: Башинформ.