Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Октябрь 2021, 23:30

Полиция хеҙмәткәре "бүләк"тән баш тартҡан

Быйыл июндә караоке-барҙа лицензияһы булмаған спиртлы эсемлектәр һатылыуы асыҡлана. Һөҙөмтәлә...  

Полиция хеҙмәткәре "бүләк"тән баш тартҡан
Полиция хеҙмәткәре "бүләк"тән баш тартҡан

Өфө ҡалаһы прокуратураһы коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы закондың үтәлешен тикшерҙе.

Асыҡланыуынса, быйыл июндә полиция хеҙмәткәрҙәре караоке-барҙа лицензияһы булмаған спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙарын асыҡлай. Закон яуаплылығынан ҡасыу маҡсатында “Спектр” йәмғиәтенең яуаплы кешеһе бушлай хеҙмәт күрһәтергә тәҡдим итә. Полиция хеҙмәткәре "бүләк"те алыуҙан баш тарта һәм был хаҡта етәкселегенә әйтә.

Прокуратура ошо хәл буйынса Рәсәй Федерацияһының Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексының 19.28-се статьяһындағы 1-се өлөшөндә ҡаралған (ойошма исеменән законһыҙ бүләкләү) административ тәртип боҙоу пунктына ярашлы эш ҡуҙғатты. Уны ҡарау һөҙөмтәһендә ойошмаға 500 мең һум штраф һалынды.

Прокурор юллауы буйынса, штрафты түләттереү маҡсатында фирманың иҫәбенә арест һалынды.

Ҡарар законлы көсөнә инмәгән.

Фото: news.myseldon.com  

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: