Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Октябрь 2021, 07:46

Рөстәм ИШМӨХӘМӘТОВ: “Конституцияға үҙгәрештәр индереү хаҡындағы закон – төп ҡаҙанышыбыҙ”

Республиканың үҫеше хаҡына эшләйбеҙ.

Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, ваҡыт урынында тормаған кеүек, йәмғиәтебеҙ ҙә яңырыу кисерә – яңы кешеләр тыуа, яңы закондар ҡабул ителә. Ошо хаҡта Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм ИШМӨХӘМӘТОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Рөстәм Рифат улы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары көҙгө сессияны ниндәй ҡаҙа­ныштар һәм кәйеф менән башланы?

– Кәйеф эшлекле. Әйтергә кәрәк, яҙғы сессияны уңышлы та­мам­ланыҡ – 67 закон ҡабул иттек, шул иҫәптән улар ғәмәлдәге норматив базаны үҙгәр­теүгә бәйле булған законда­р­ҙан ғына тормай, ә “Башҡортостан Республикаһын­дағы һуғыш балалары тура­һында”ғы, “Башҡортостан Рес­публикаһында төбәк дәүләт контролен (күҙәтеүен) ойоштороу тураһында”ғы кеүек нигеҙле һәм тәүге тапҡыр ҡабул ителгәндәре лә бар.

Бынан тыш, беҙ закондар сығарыу башланғысы менән Дәүләт Думаһына һәм Рәсәй Закондар сығарыу советына 10 федераль закон проектын тапшырҙыҡ. Мөҙҙәтен тамамлаған VII саҡыры­лыш Дәүләт Дума­һының эш һөҙөмтәләренә ярашлы, төбәк парламенттары араһында Башҡортос­тан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡатнашлы­ғында ҡабул ителгән федераль закондар буйынса ул тағы ла алдынғы урынға сыҡты. Беҙҙең депутаттар башланғысы менән 12 федераль закон ҡабул ителде. Ғөмүмән, был күрһәткестәр буйынса беҙ беренсе баҫҡыста. Икенсе урында Һамар Губерна Думаһы – 10 закон, өсөнсө урында – Ҡабар­ҙа-Балҡар Республикаһы Парламенты – туғыҙ закон, дүртенсе урында – Татарстан Дәүләт Советы һәм Мәскәү Өлкә Думаһы – һигеҙәр закон.

Сентябрҙәге һайлау һөҙөмтәһе буйынса республика парламенты­ның составы яңырҙы – өс яңы депутат һайланды. Бынан тыш, беҙҙең ҡайһы бер коллегаларҙың Дәүләт Думаһына эшкә күсеүенә бәйле, өҫтәмә вакант мандаттар барлыҡҡа килде, был иһә тиҙҙән депутат корпусында сираттағы яңы­рыу буласағы тураһында һөйләй.

23 сентябрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың көҙгө сессия­һы­ның беренсе ултырышын үткәр­ҙек. Унда бер нисә мөһим закон ҡабул иттек, шул иҫәптән республикала туризмды үҫтереү, экологик хәл тураһында тиҙ мәғлүмәт алыуға граждандарҙың хоҡуғын ғәмәлгә ашырыу тураһында.

Әммә был пленар ултырышта “Баш­ҡортостан Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Законды ҡабул итеү – һуңғы ваҡыт­тағы ғына түгел, ә һуңғы йылдар­ҙағы төп ҡаҙаныш. Был – әһәмиәт­ле, тарихи, төбәктең һәм халҡының яҙмышын хәл иткән ваҡиға, тип иҫәпләйем. Уның Республика көнө алдынан ҡабул ителеүе лә ифрат мөһим.

– Республика Конституция­һына үҙ­гәрештәр индереү буйынса эш барышында нимәгә таяндығыҙ?

– Тәү сиратта Рәсәй Федера­цияһы Конституцияһының үҙгәр­телгән редакцияһы төп йүнәлеш булды. Былтыр Рәсәй Конститу­ция­һына төҙәтмәләр индереү илдең бөтә хоҡуҡи нигеҙен үҙгәр­теүгә ҡеүәт бирҙе – федераль конс­титуция закондарынан алып урындағы үҙидара органдарының норматив акттарына тиклем. Республика ла ситтә ҡалманы, былтыр көҙ беҙ Башҡортостан Консти­туцияһына, шул иҫәптән барлыҡ төбәк ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү буйынса киң эш йәйел­дерҙек. 2020 йылдың аҙағына уҡ әһәмиәтле республика закондары ҡабул ителде, был бөгөн дә дауам итә, төбәк Конституцияһын яңыр­тыу төп бурыс итеп ҡуйылды.

Рәсәй Конституцияһына төҙәт­мә­ләр индереүгә бәйле, Башҡорт­остан Башлығы Указына ярашлы, республиканың Төп законына үҙгә­рештәр индереү буйынса комиссия төҙөлдө һәм уға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев етәкселек итте.

Комиссия бер нисә ай дауамында закон­дарға үҙгәрештәр индереү буйынса дәүләт власы органдары, йәмәғәт ойошмалары һәм граждандар тәҡдимен эшкәртте һәм өйрәнде. 200-гә яҡын тәҡдим килде. Уларҙың ҡайһы берҙәре ҡабул ителгән закондарға нигеҙ булып торҙо.

Закон яңыртылған Рәсәй Консти­туция­һының положениеларын республика ҡа­ну­ниәтендә тормошҡа ашырып ҡына ҡал­маны, ә ижади йәһәттән уларҙы үҫтерҙе. Шу­лай уҡ ул быға тиклем республика закондарында, федераль хоҡуҡи киңлектә булмаған принципиаль яңылыҡтарҙан да тора. Һүҙ тәү сиратта хәҙер Конституция кимәлендә яҡлау шарты нығытылған рухи, мәҙәни һәм тарихи объекттар тураһында бара. Шул иҫәптән Мораҙым тарлауығы, Башҡорт­остан шихандары, “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы, “Ирәмәл” тә­би­ғәт паркы һәм башҡалар. Беҙҙең һаҡ­лар­лыҡ һәм һоҡланыр­лыҡ урындары­быҙ күп.

Республика Конституцияһына үҙгәрештәр индереү бер йылға тиклем дауам итте. Уға төрлө кимәл­дәге депутаттар, ҡала һәм район етәкселәре, дәүләт власы органдары, ғилми йәмәғәтселек йәлеп ителде. Төп законға төҙәтмәләр индереүгә республиканың һәр кешеһе өлөш индерә ала ине. Эште мөмкин тиклем асыҡ алып барыу, закон проектын әҙерләүҙә һайлау­сыларҙың туранан-тура ҡатнаша алыуы Башҡортостан Конституция­һына төҙәтмәләр индереү эшендә айырылып торған үҙенсәлек булды.  

– Әлеге ваҡытта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа респуб­ли­каның үҫешенә ыңғай йоғонто яһарлыҡ ниндәй ҡанундар өҫтөндә эш алып барыла?

– Беҙҙең парламент ҡабул иткән һәр закон төбәктең үҫешенә, уның иҡтисадын, социаль өлкәһен нығы­тыуға, республика халҡының тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәл­телгән.

Көҙгө сессия ваҡытында 50-гә яҡын республика законы проекттарын ҡарау планлаштырылған, шул иҫәптән парламент суд систе­маһының эшен, урман өлкәһендәге ҡануниәттәге хоҡуҡи мөнәсәбәт­тәрҙе камиллаштырыу, туризмды үҫтереүгә уңайлы шарттар тыуҙы­рыу, яугирҙәрҙең ҡәберҙәрен тәртипкә килтереү йүнәлешендә эшләйәсәк.

Шулай Дәүләт Думаһына бер нисә феде­раль закон проектын тәҡдим итергә иҫәп бар. Беҙҙең тәҡдимдәр балаларҙы ташыуға талаптарҙы арттырыуға, медицина хеҙмәте күрһәткән учреждениелар, ойошмалар ми­ле­генә һалым буйынса ташламалар булды­рыуға һәм башҡа үҙгәрештәр индереүгә бәйле. Дәүләт Думаһындағы коллегалар республиканың ғына түгел, ә тотош илдең халҡы мәнфәғәт­тәрен яҡлауға йүнәлтелгән баш­ланғыстарыбыҙҙы хуплар, тип ышана­быҙ.

 

– Рәсәй Конституцияһының яңы редакцияһында Дәүләт Думаһы депутат­тарының вәкә­ләт­тәре арттырыла. Был йәһәт­тән республика депутаттарына ниндәй яңы мөмкинлектәр бирелә?

– Ҡабул ителгән “Башҡортостан Респуб­ликаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында”ғы Закон, фе­дераль кимәлдәге кеүек үк, республика парламентының вәкәләттәрен арттырыуҙы күҙ уңында тота. Айырып әйткәндә, Баш­ҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫарҙарын тәғәйенләү тәрти­бенә ҡағыла. Быға тиклем улар Башҡортостан Баш­лығы Указы менән тәғәйенләнә ине. Хә­ҙер Башлыҡ уларҙы Премьер-министр тәҡ­дим итеүе һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тай раҫлауы буйынса тәғәйенләйәсәк. Был яңылыҡ төбәктең кадрҙар сәйәсәтендә пар­ламенттың ролен күтәреүгә йүнәлтелгән. Килешеү тәртибе Премьер-министр урын­баҫарҙа­рының статусын нығытасаҡ, шулай уҡ властың төрлө тармаҡтары менән тығыҙ хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итәсәк.

 

– Депутат халыҡҡа яҡын булырға, халыҡ илсеһе вазифа­һын үтәргә тейеш, тип әйтәләр. Әлеге эшмәкәрлегегеҙҙә ошо йүнәлештә ниндәй маҡсаттар ҡуя­һығыҙ?

– Депутат халыҡҡа яҡын булырға ғына түгел, ул – үҙе үк халыҡтың төп вәкиле һәм уның мәнфәғәттәрен яҡлаусы ла. Ошоға ярашлы, минең өсөн төп маҡсат – һай­лау­сы­ларымдың наказын үтәү. Депутатҡа мөрә­жәғәт иткән халыҡ­тың һорауҙарын һөҙөмтәле хәл итеү кимәле – уның төп эш билдә­һе.

Депутат эшмәкәрлегенең төп талаптарына килгәндә, заман шарттарында уның эшенең, һайлаусы менән бәйләнеше мөмкин тиклем асыҡ булыуы мөһим. Был осраҡта социаль селтәрҙәрҙе файҙаланыу, граждандарҙы видеобәйләнеш һәм башҡа һанлы технологиялар аша ҡабул итеү, шәхсән рәүештә даими осрашыуҙар уҙғарыу, һайлаусылар алдында отчеттар менән сығыш яһау күҙ уңында тотола.

 

– “Атайсал” проектында депутаттар әүҙем ҡатнашамы? Мәғлүм булыуынса, һеҙ ҙә был изге эшкә үҙ өлөшөгөҙҙө ин­дергәнһегеҙ.

– Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тай депутаттары проектта әүҙем ҡатнаша. Әйтергә кәрәк, был тәҡ­димде беҙҙең коллега, депутат Фәрит Ғиндуллин индерҙе. Әлеге мәлдә “Атайсал”да 53 депутат ҡатнаша, йәғни парламенттың яртыһы тиерлек.

Дәүләт Йыйылышы депутаттары 98 проект тәҡдим итте. Парламен­тарийҙар мәсеттәр һәм сиркәүҙәр төҙөүгә, урамдарҙы төҙөкләнде­реүгә, вете­ран­дарҙы ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙы­рыуға, шишмәләр­ҙе төҙөкләндереүгә, концерттар ойоштороуға, балалар май­ҙансыҡ­тары ҡуйыуға, мәктәптәр­ҙе ремонт­лауға һәм башҡа бик күп изге эштәргә булышлыҡ итте. Депутат проекттары биләмәләр буйынса республиканың һигеҙ ҡала­һында һәм 29 районында ғәмәлгә ашырыла.

Уларға һалынған аҡса күләме бер нисә мең һумдан алып 10-ар миллион һумға тиклем тәш­кил итә. Иң ҡиммәтле проект Саҡмағош райо­нындағы Рапат ауылында – Салауат урамындағы юлды һәм күперҙе, Иҫке Боҫҡаҡ ауылында Ш. Сәлихов урамын ремонтлау, Йомаш ауылында мәҙәниәт һәм ял паркында фонтан ҡуйыу, Саҡмағош ауылындағы дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеү булды. Был изге эштәрҙе бойомға ашырыу өсөн депутат Вадим Соколов 36,5 миллион һум сарыф итте.

Үҙемдең башланғыс буйынса ғәмәл­гә ашы­рылған проекттарға килгәндә, “Атайсал” сайтында улар унау. Улар барыһы ла мин мәнфәғәт­тәрен яҡлаған халыҡ йәшәгән Ғафури һәм Ауырғазы райондары­ның үҫешенә йүнәлтел­гән. Проекттар төрлө йүнәлештә алып барыла: ауыл биләмә­ләрен төҙөклән­дереү, халыҡ­ҡа янғын хәүефһеҙ­леген иҫкәрткән ҡорамал­дар тапшырыу, мәктәп­тәрҙе ремонтлау, баскетбол командаһына спорт кейеме алыу, балалар май­ҙансығы ҡуйыу, зыярат кәртәһен реконструкциялау, ветеран­дарға ва­ҡыт­лы матбуғат баҫмаларын яҙҙыр­тыу. Ошо 10 проекттың алтыһын тулыһынса тормошҡа ашырҙым.

 

– Рөстәм Рифат улы, әңгәмә өсөн рәхмәт. Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

 

- Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште. 

Читайте нас