

Рәсәй Президенты Владимир Путин йырсы һәм актриса Наталия Орейроға һәм уның улына Рәсәй Федерацияһы гражданлығы биреү тураһында указға ҡул ҡуйған.
“1977 йылдың 19 майында Уругвайҙа тыуған Орейро Иглесиас Наталия Марисаны, улы – 2012 йылдың 26 ғинуарында Аргентинала тыуған Мольо Орейро Мерлин Атауальпаны, Рәсәй Федерацияһы гражданлығына ҡабул итергә”, – тип әйтелә документта.
Былтыр июндә Наталия Орейро ТАСС агентлығындағы әңгәмәлә Рәсәй гражданлығын юллауы тураһында хәбәр иткәйне. Шулай уҡ бер йыл элек Беренсе каналдағы “Киске Ургант” тапшырыуында Рәсәй Федерацияһы гражданы булырға теләүе хаҡында әйткән ине. Рәсәй гражданлығын алыу уның өсөн ғорурлыҡ булыуы тураһында белдерҙе.
Наталия Орейро "Ҡырағай фәрештә" (“Дикий ангел”) сериалында уйнап, киң билдәлелек алды.
Фото: behance.net