Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
28 Октябрь 2021, 17:45

Маҡсат – ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау

Килешеүгә ярашлы, яҡтар ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса мәғлүмәт менән бүлешеүҙе яйға һаласаҡ, бергәләп кәңәшмәләр, конференциялар һәм башҡа саралар ойошторасаҡ.

Маҡсат – ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлауМаҡсат – ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау
Маҡсат – ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында ошо ведомство менән Ҡулланыусылар хоҡуҡтары буйынса вәкил араһында Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

"Килешеүҙең төп йөкмәткеһен республикала ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлауҙы һәм үтәүҙе күҙәтеү буйынса яҡтар араһында хеҙмәттәшлек, үҙ-ара мәғлүмәт менән бүлешеү, ҡулланыусыларҙы сифатһыҙ тауарҙарҙан, хеҙмәттәрҙән аралау кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итеү, уларҙың хоҡуҡи, финанс грамоталылығын күтәреү йәһәтенән сараларҙы тормошҡа ашырыу тәшкил итә", - тип билдәләне республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Килешеүгә ярашлы, яҡтар ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса мәғлүмәт менән бүлешеүҙе яйға һаласаҡ, бергәләп кәңәшмәләр, конференциялар һәм башҡа саралар ойошторасаҡ, уларға дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен йәлеп итәсәк, граждандарҙың хоҡуҡи белемен арттырыу буйынса саралар үткәрәсәк.

Белеүебеҙсә, Башҡортостан ҡулланыусыларҙы яҡлау йәһәтенән Рәсәй субъекттары рейтингында беренсе урында. "Төбәгебеҙ Рәсәйҙә Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил булдырылған тәүге субъект булды. Был институт төбәк кимәлендә ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Милли системаның бөтә ҡатнашыусыларын берләштерәсәк өҫтәмә механизм булараҡ хеҙмәт итер тип ышанабыҙ", - тип өҫтәне Алексей Гусев.

Быйыл августа республикабыҙҙа Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил институты булдырылды. Башҡортостан Башлығының 2021 йылдың 10 авгусындағы ҡарарына ярашлы, был вазифаға Валерий Самохин тәғәйенләнде.

Фото: pravitelstvorb.ru

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53239   

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас