

Бөгөн – Комсомол көнө. Ул тарихи көндәрҙең береһе – 1918 йылдың 29 октябрендә эшсе һәм крәҫтиән йәштәре союзының I Бөтә Рәсәй съезында Рәсәй йәштәренең коммунистик союзы – РКСМ ойошторола, 1924 йылда ул – Ленин комсомолы, ә 1926 йылда Бөтә Союз коммунистик йәштәр союзы тип үҙгәртелә. Комсомолдың данлы үткән юлы хәҙер тарихта ғына ҡалды, әммә уны бөгөн комсомол мәктәбен үткәндәр һағынып иҫкә ала.
Комсомол көнө айҡанлы Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина үҙенең фекере менән социаль селтәрҙә уртаҡлашты:
“Комсомол – минең яҙмышым”, - тип йәш саҡта йырланыҡ. Ысынлап та, комсомол һәр беребеҙ өсөн ынтылыш һәм һөнәри үҫеш майҙансығына, үҙ-үҙеңде камиллаштырыу һәм үҙеңә лә, башҡаларға ла яуаплы мөнәсәбәт мәктәбенә, ынтылыштар, дәртле һәм яҡты хыялдар, студент төҙөлөш отрядтары, онотолмаҫлыҡ йырҙар ваҡытына әйләнде. Комсомол – беҙҙе тәртипкә, ваҡытты дөрөҫ файҙаланырға өйрәтте, һәр көнгә план төҙөйөм һәм ҡуйылғандарҙы үтәргә өлгөрәм. Беҙҙең өсөн иң матур биҙәүес – комсомол билдәһе булды! Комсомол мине буласаҡ ирем менән осраштырҙы. Беҙҙең йәшлек дәртен, яҡты һәм изге иҫтәлектәрҙе һаҡлаған Комсомол көнө менән!”
Һеҙ комсомол булдығыҙмы? Булһағыҙ, ниндәй хәтирәләр күңелегеҙҙә уйылып ҡалған?
Фото: ВКонтакте