Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Октябрь 2021, 04:00

Ауырғазы районының яңы етәксеһе кем?

Был урынға өс кандидат дәғүә итеп, тәүге һынауҙы икәүһе үткән.

Ауырғазы районының яңы етәксеһе кем?Ауырғазы районының яңы етәксеһе кем?
Ауырғазы районының яңы етәксеһе кем?

Ауырғазы районы Советы ултырышында хакимиәт башлығы тәғәйенләнде.

Сарала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, Башҡортостан Башлығының муниципаль берәмектәр менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса идаралығы начальнигы Юрий Коземаслов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров һ.б. ҡатнашты.

Район етәксеһе урынына өс кандидат дәғүә итеп, тәүге һынауҙы икәүһе үткән – Ауырғазы районы башлығы вазифаһын башҡарыусы Арыҫлан Шаһәретдинов и Талбазы ауылы биләмәһе башлығы Айҙар Нафиҡов.

Рөстәм Ишмөхәмәтов, конкурс комиссияһы рәйесе булараҡ, депутаттарҙы ике кандидат менән таныштырҙы. Район Советы депутаттары Арыҫлан Шаһәретдинов өсөн берҙәм тауыш бирҙе.

Юрий Александрович Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән яңы етәксене ҡотлап, уңыштар теләне.

Арыҫлан Нәзир улы Шаһәретдинов 1983 йылда Учалы районының Миндәк ауылында тыуған. 2008 йылда Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған. 2014 йылдан – Учалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары – ауыл хужалығы бүлеге начальнигы, ә 2018 йылдан Башҡортостан Башлығының муниципаль берәмектәр менән хеҙмәттәшлек буйынса идаралығының урындағы бүлексәһендә баш советник булып эшләгән. Ғаиләле, ике бала үҫтерә.

Фото: https://aurgazy.bashkortostan.ru/, youtube.com

Ауырғазы районының яңы етәксеһе кем?
Ауырғазы районының яңы етәксеһе кем?
Ауырғазы районының яңы етәксеһе кем?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас