Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
2 Ноябрь 2021, 14:00

"Хәүефһеҙлек өсөн барыһын да эшләйбеҙ"

Өфөнөң трамвай һәм троллейбустары мотлаҡ санитар эшкәртеү үтә.

"Хәүефһеҙлек өсөн барыһын да эшләйбеҙ""Хәүефһеҙлек өсөн барыһын да эшләйбеҙ"
"Хәүефһеҙлек өсөн барыһын да эшләйбеҙ"

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы Өфө ҡалаһы хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығы менән берлектә йәмәғәт транспортын маршрутҡа сығарыр алдынан әҙерлеккә контролде көсәйтте.

Өҫтәмә санитар эшкәртеү Өфөнөң Муниципаль электр транспорты идаралығында ла алып барыла. Көн һайын махсус состав менән 164 троллейбус һәм 140 трамвай эшкәртелә.

Йәмәғәт транспортын кис эш бөткәс тулыһынса дезинфекциялайҙар, шулай уҡ рейстар араһында кешеләр тотонған урындарҙы вирусҡа ҡаршы компоненты булған дезинфекция сараһы менән һөртөп сығалар.

"Депоға әйләнеп ҡайтҡан электр транспортының бөтә салондары ла микробҡа ҡаршы химик сара ярҙамында эшкәртелә һәм йыуыла. Иртәнсәк инде троллейбус йәки трамвай таҙа, хәүефһеҙ килеш рейсҡа сыға ала", – тине троллейбус депоһы начальнигы Радик Ғиззәтуллин.

Пассажирҙар тотонған урындарҙы махсус хлоридлы иретмә менән эшкәртәләр. Кешеләр өсөн был дезинфекция сараһы зарарһыҙ – ул сертификация үткән, зыянлы матдәләре, әсе еҫе юҡ. Ултырғыстар, тотонған терәүҙәр, быяла һәм башҡа кеше ҡағылған урындар эшкәртелә.

"Бөтә саралар ҙа "Роспотребнадзор" тарафынан тикшерелгән һәм тәҡдим ителгән, – ти Радик Ғиззәтуллин. – Хеҙмәткәрҙәр ҙә көндәлек контроль аша үтә: сменаға тиклем һәм унан һуң троллейбус-трамвай водителдәре тикшерелә. Коронавирусҡа бәйле дөйөм ҡарау процедураһынан тыш, рейс алдынан водителдәрҙең температураһы үлсәнә. Битлек тәртибе лә етди үтәлә.

Транспорт хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, улар ҡала халҡы зарарланмаһын өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләй. Әммә вирус кешеләргә бер-береһенән йоҡмаһын өсөн бер ни ҙә ҡыла алмайҙар. Коронавирустан һаҡланыуҙың төп юлы – вакцинация һәм битлек тәртибен һаҡлау, ти улар.

Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы. 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас