Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Ноябрь 2021, 16:45

Андрей Назаров: "Эш сәфәрҙәренең файҙаһы бик ҙур"

Иң юғары баһа – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың республиканың был төбәгенә шәхсән килеп китеүе, тип билдәләне Премьер-министр.

Андрей Назаров: "Эш сәфәрҙәренең файҙаһы бик ҙур"Андрей Назаров: "Эш сәфәрҙәренең файҙаһы бик ҙур"
Андрей Назаров: "Эш сәфәрҙәренең файҙаһы бик ҙур"

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Инстаграм”да Башҡортостан буйлап ойошторолған эш сәфәрҙәренең төп маҡсаты һәм улар биргән һөҙөмтә хаҡында яҙҙы.

“Республика райондары менән көслө. Төбәк буйлап эш сәфәрҙәре – мөһим идара итеү ысулдарының береһе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе лә, халыҡ әйтмешләй, гел “баҫыуҙа”, мин дә башлыса өҫтөнлөклө социаль-иҡтисади проекттарҙың үтәлешен контролләү талап ителгән ерҙәргә сығам. Беҙҙең иғтибар үҙәгендә – сәнәғәтте һәм ауыл хужалығын үҫтереү, социаль инфраструктура, юлдар түшәү, төҙөкләндереү, – тигән ул. – Көньяҡ Уралда иҡтисадты йәнләндерәбеҙ, Күмертауҙа вертолеттар етештереүҙе яйға һалабыҙ, Бөрйәндә “Шүлгәнташ” комплексы тирәләй туристик инфраструктура төҙөйбөҙ, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондарында “Алға” йылдам иҡтисади үҫеш зонаһына резиденттар йәлеп итәбеҙ, Башҡортостан сода компанияһының эшен яңыртабыҙ. Сибай һәм Туймазы ҡалаларында ковид-госпиталдәр төҙөүгә тотонабыҙ. Иглин районында республика Хөкүмәтенең күсмә ултырышын үткәрҙек.

Ҡоролоҡтан һәм урман яныуҙан зыян күргән биләмәләргә ҙур иғтибар бүлдек. Радий Хәбиров, урындарға барып, мәсьәләләрҙе шәхсән тикшерҙе. Көньяҡ Уралда мелиорация системаларын ойоштороу өсөн инвестор таптыҡ, ПМЭФ-2021 форумында уның менән дүрт миллиард һумға килешеү төҙөлдө.

Сибайға мин быйыл биш мәртәбә барып ҡайттым. Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ райондарына ла бер нисә тапҡыр сығып әйләндем. Ҡайһы саҡта мине ул яҡтарға йыш барыуым өсөн тәнҡитләйҙәр. Эйе, Көньяҡ Урал – тыуған яғым. Әммә эш уға ҡарата айырым мөнәсәбәттә түгел. Баш ҡаланан ныҡ алыҫ урынлашҡан төбәк республика етәкселегенең хәстәрлегенә нығыраҡ мохтаж. Мәҫәлән, Асҡар – Әлмөхәмәт – Сибай юлы 30 йыл буйы ремонт күрмәгән.

Ғөмүмән, был сәфәрҙәр арҡылы беҙгә биләмәләрҙең иҡтисади ҡеүәтен арттырыу йәһәтенән ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә насип булды. Иң юғары баһа – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың республиканың был төбәгенә шәхсән килеп китеүе.

Райондарға сығыу дауам итәсәк. Сәфәрҙәрҙең географияһын һәм йышлығын арттырасаҡбыҙ”.

Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡуйған бурыстарға ярашлы, төбәктәрҙең иҡтисади ҡеүәтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Алдағы йылдарға ҡаралған федераль бюджетта ил субъекттарын финанслауға өҫтөнлөк бирелеүе лә - быға аныҡ дәлил.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото А. Назаровтың сәхифәһенән.

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас