

Кисә, 12 ноябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты. Унда округтың төбәктәрендә дәүләт йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде.
Видеоконференция тәртибендә ултырышты Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе. Фекер алышыуҙа ил Президентының йәмәғәт проекттары буйынса идаралығы начальнигы Сергей Новиков, округ төбәктәре башлыҡтары, Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһы вәкилдәре, Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем, Мәғариф министрлыҡтары, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” ойошмаһы, йәштәр йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре ҡатнашты.
Игорь Комаров сығышында һуңғы йылдарҙа илдә йәштәр мөхитендә бик күп етди эш башҡарылғанын әйтте.
– “Рәсәй Федерацияһында йәштәр сәйәсәте тураһында” федераль закон ҡабул ителде. Үҙенең Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә дәүләт башлығы Владимир Путин йәштәр менән эшмәкәрлекте көсәйтеү мөһимлеге тураһында әйтте, – тине Игорь Комаров. – Округ кимәлендә лә беҙ дәүләт йәштәр сәйәсәте өлкәһендә көстәрҙе һәм сараларҙы етди яңырта башланыҡ, “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы проекттарына әүҙем ярҙам итәбеҙ, округ йәмәғәт проекттары системаһын киңәйттек.
Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиле билдәләүенсә, төбәктәр етәксеһенә йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың матди-техник базаһын яңыртыу, мәғлүмәт системаһын ойоштороу, йәштәрҙе һәм үҫмерҙәрҙе ыңғай эшмәкәрлеккә йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүлергә кәрәк.
Ил Президентының йәмәғәт проекттары буйынса идаралығы начальнигы Сергей Новиков округта был тармаҡта тормошҡа ашырылған проекттарҙың мөһимлеге тураһында һөйләне. Ирекмәндәр корпусының әүҙемлеген дә иғтибарға алды.
Туғыҙынсы йыл округта Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағында “iВолга” йәштәр форумы үтә. Йыл һайын ул ҡатнашыусылар һаны буйынса иң популяр сараға әйләнә. Быйыл ғына 20 меңдән ашыу кеше ҡатнашыр өсөн ғариза биргән. Башҡортостан вәкилдәре дөйөм суммаһы бер миллион һумдан ашыулыҡ алты грант яулаған. Йәштәр иҡтисад, ауыл хужалығы һәм медицина тармаҡтары буйынса проекттарын тәҡдим иткән.
“Рәсәй – мөмкинлектәр иле”нең генераль директоры Антон Сериков та Волга буйы йәштәренең әүҙемлеген юғары баһаланы.
Совет ултырышына округтың төбәктәре буйынса мәғлүмәт-аналитика материалдары әҙерләгәндәр. Ул үҙ эсенә бөтә яҡлы норматив-хоҡуҡи, йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙы ойоштороу нигеҙе, йәштәрҙең ҡиммәттәре һәм башҡа күрһәткестәр анализын ала.
Башҡортостан йәштәр менән эште координациялаған айырым ведомстволы дүрт төбәктең береһе булып тора. Һүҙ быйыл июндә барлыҡҡа килгән Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты тураһында бара.
Ыңғай өлгө булараҡ шулай уҡ республиканың Профсоюздар федерацияһы, эш биреүселәр берекмәһе һәм Башҡортостан Хөкүмәте араһында төҙөлгән өс яҡлы килешеү ҙә аталды. Уға ярашлы, йәштәр өсөн ҡайһы бер социаль ташламалар, гарантиялар коллектив килешеүенә индерелә.
Шулай уҡ республика быйыл дәүләт йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу барышында үткәргән саралар һаны (4545) буйынса алдынғы төбәк исемлегенә инде.
Беҙҙә балалар һәм йәштәр йәмәғәт берекмәләре грант конкурстарында бик әүҙем ҡатнаша. Былтыр ғына 145 ойошма ярҙам алған. Ете йыл эсендә Башҡортостандың эҙәрмәндәр отрядтары 23-тән 49-ға тиклем еткән. Уларға 4,9 мең кеше йәлеп ителгән. Был - округтағы иң ҙур күрһәткес.
Йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың мөһим күрһәткесе – Башҡортостан округтың сығарылыш уҡыусылары күсеп килгән тәүге ун төбәге исемлегенә ингән. Былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса, республикаға 4,4 мең йәш кеше күсеп килгән.
Игорь Комаров шуны билдәләне: төп бурыс – ҡабул ителгән ҡарарҙар йәштәр менән эштең һөҙөмтәлелеген арттырыуға булышлыҡ итһен, был тармаҡтағы стратегик бурыстарға өлгәшеүҙә осраған ҡаршылыҡтарҙы юҡҡа сығарһын.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.