

Бөгөн кискә ҡарай яңылыҡ билдәле булды: Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов вазифаһын ҡалдырыуы тураһында хәбәр итте. Был турала ул социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы.
“Бөгөн минең Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһындағы һуңғы эш көнөм. Икенсе урынға күсәм. Был ябай түгел, әммә бик ҡыҙыҡлы өс йыл булды”, – тип белдерҙе ул.
Азамат Абдрахманов Ишембай районына 2019 йылдың февраленән етәкселек итә башлағайны. Уға тиклем Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай секретариатында хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса етәксе урынбаҫары булған (2011 - 2019 йылдар). Юридик фәндәр кандидаты.
Ишембайҙа бөгөн депутаттар советы ултырышы булды, унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та барған. Республика етәксеһе белдереүенсә, Азамат Абдрахманов властың һәм халыҡтың ышанысын аҡлаған. Бөгөн Ишембай үҫешә, районға күпләп яңы инвесторҙар килгән.
Ошо уҡ көндә Азамат Абдрахмановтың ҡайҙа эшләйәсәге лә билдәле булды. Ул Хөкүмәт Аппараты етәксеһе буласаҡ. Был вазифа быйыл сентябрҙән алып буш тора ине, уға тиклем әлеге бурысты Илшат Тажетдинов башҡара ине.
Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһын иһә ваҡытлыса Азат Ишемғолов башҡарасаҡ. Ул 1984 йылдың ноябрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын “дәүләт идаралығы” белгеслеге буйынса тамамлаған. Федераль мөлкәткә идара итеү агентлығында, “Мотор” берекмәһендә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай секретариатында эшләгән. 2019 йылдан - Ишембай районы хакимиәтендә.
Ҡала советы депутаттары уның кандидатураһы өсөн бер тауыштан риза булған.
Фото: "Бәйләнештә".