Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Ноябрь 2021, 08:45

"Һеҙ – Мәскәүҙә Башҡортостандың бер өлөшө"

Республика етәкселеге Башҡортостандан булған Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашты.

"Һеҙ – Мәскәүҙә Башҡортостандың бер өлөшө""Һеҙ – Мәскәүҙә Башҡортостандың бер өлөшө"
"Һеҙ – Мәскәүҙә Башҡортостандың бер өлөшө"

Кисә, 15 ноябрҙә Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федераль Йыйылышында Башҡортостандан булған Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашты.

Радий Хәбиров белдереүенсә, депутат корпусының төп бурыстарының береһе – илдең сәйәси каркасын һаҡлау. Сенаторҙар һәм депутаттар ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡ, дәүләттең социаль-иҡтисади үҫеше өсөн яуаплы.

– Һеҙ Рәсәй парламентында республика данын лайыҡлы яҡларһығыҙ, Дума комитеттары эшендә, яуаплы ҡануниәт эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашырһығыҙ тип ышанам. Һеҙгә яңы саҡырылышта уңышлы, берҙәм эш теләйем, – тине республика етәксеһе. – Беҙ Дәүләт Думаһында Башҡортостандан һайланған депутаттар һаны буйынса илдең алдынғы биш төбәге иҫәбенә инәбеҙ. Шуға күрә беҙ “Башфракция” тигән төшөнсәне ғәмәлгә индерергә булдыҡ. Был “папкалы башҡорттар”, үҙҙәренең ниндәй партияға ҡарауына ҡарамаҫтан, беҙҙең республика халҡы мәнфәғәттәрен алға этәрәсәк.

Радий Хәбиров белдереүенсә, был саҡырылышта ла Башҡортостандан көслө команда булдырылған, уларҙың һәр береһенең ҙур тормош һәм һөнәри тәжрибәһе бар.

– Һәр берегеҙ билдәле бер милли проект һәм федераль программа өсөн яуаплы буласаҡ. Рәсәй Хөкүмәте, федераль министрҙар һәм ведомстволар ағзалары менән осрашҡан саҡта Башҡортостанды теге йәки был проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн пилот төбәк сифатында тәҡдим итә алаһығыҙ. Республика һәр ваҡыт күҙ уңында булырға тейеш. Бөтә төбәктәр ҙә дәғүәле мөхиттә йәшәй, һәм Башҡортостанда тормош сифатын яҡшыртыу өсөн дөрөҫ итеп федераль программалар мөмкинлектәрен файҙалана белергә тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әле һайланған депутаттар элеккеләре кеүек үк Дәүләт Думаһында төбәк парламентының ҡануниәт башланғыстарына әүҙем булышлыҡ итер тигән ышаныс белдерҙе.

– Республиканың Дәүләт Йыйылышы тәҡдим ителгән һәм аҙаҡ федераль законға әйләнгән башланғыстар һаны буйынса тәүге урындарҙа тора. Артабан да ошо эште бергә дауам итербеҙ тип ышанам, – тине ул.

Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, депутаттарҙың төбәк министрлыҡтары һәм ведомстволары менән хеҙмәттәшлеге эҙмә-эҙлекле һәм өҙөклөкһөҙ булырға тейеш. Ул милли проекттар һәм федераль программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа республика мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн ай һайын осрашып торорға тәҡдим итте.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин фекере буйынса, Дәүләт Думаһы депутаттары эшмәкәрлегендә төп өҫтөнлөк булып республика мәнфәғәттәрен яҡлау торорға тейеш.

– Һеҙҙе, ниндәй партиянан булыуығыҙға ҡарамай, Башҡортостанға федераль бюджеттан аҡса йәлеп итеү эшенә ҡушылыуығыҙҙы һорайым, – тине Александр Сидякин. – Эйе, дәғүәле мөхит бик көсөргәнешле. Һәр төбәктең үҙ ихтыяжы бар, ә булған финанс уларҙы тулы кимәлдә хәл итеү мөмкинлеген бирмәй. Бында федераль бюджет аҡсаһы бик тә урынлы булыр ине. Беҙгә тиҙерәк һәм ҡыйыуыраҡ булырға, һөйләшә белергә кәрәк.

Уның фекеренсә, республикаға федераль аҡса йәлеп итеү ҡоралы булып Евразия ғилми-белем биреү үҙәге, төбәктең ғилми-техник инновация үҙәге, “Алға” махсус иҡтисади зонаһын үҫтереү, “Йәш профессионалдар” милли чемпионаты сиктәрендә квалификация камиллаштырыу үҙәге булдырыу проекты тора ала.

Александр Сидякин Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлекте айырыуса билдәләне. Юбилейға әҙерлек сиктәрендә ҡаланың инфраструктураһын яҡшыртырға, яңы йәмәғәт урындары булдырырға, ҡаланы йәшәү өсөн тағы ла уңайлыраҡ итергә кәрәк. Объекттарҙы төҙөү һәм төҙөкләндереү өсөн 60 миллиард һум самаһы аҡса талап ителә, уларҙың 20 миллиард һумын федераль бюджеттан алырға планлаштырыла.

Башлыҡ Хакимиәте етәксеһе һәр депутатҡа был эшкә әүҙем ҡушылырға һәм буласаҡ төҙөлөштөң береһен шәхси ҡурсауына алырға тәҡдим итте. Осрашыу ваҡытында һәр Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһы депутатына аныҡ милли проект менән дәүләт программаһы беркетелде.

Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, Хөкүмәт менән депутаттарҙың әүҙем эшмәкәрлеге арҡаһында 2019-2021 йылдарҙа 277,4 миллиард һум федераль аҡса йәлеп итеү мөмкин булған.

– 2022 йылға Башҡортостан милли проекттарҙа һәм дәүләт программаһында ҡатнашыу өсөн дөйөм суммаһы 30,7 миллиард һумлыҡ 55 ғариза ебәргән. Уларҙың 32-һе хупланған, ҡалғандары әле ҡаралыу өҫтөндә, – тине Рөстәм Моратов. – Республика шулай уҡ “Евразия иҡтисади үҙәге” комплекслы инвестиция проектын тәҡдим итте. Ул үҙ эсенә дөйөм суммаһы ике триллион һумлыҡ 50 ҙур инвестиция проектын индерә, 80 мең эш урыны булдырыу күҙаллана.

Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев әйтеүенсә, уның коллегалары үҙҙәренең алдында ниндәй бурыстар тороуын һәм Башҡортостан халҡы алдындағы яуаплылыҡты бик яҡшы аңлай.

– Беҙ Хөкүмәт һәм республиканың Дәүләт Йыйылышы менән хеҙмәттәшлек итергә, төбәк мәнфәғәттәрен федераль власть органдарында яҡлауға һәм алға этәреүгә әҙербеҙ, – тине Павел Качкаев. – Әле ил бюджеты буйынса әүҙем эш бара. Беҙ бөгөндән Спорт көрәше үҙәге төҙөлөшө һәм Өфө дәүләт циркын капиталь ремонтлауға федераль финанслашыу мәсьәләһен хәл итеүгә өлгәшә алдыҡ. Башҡа объекттар буйынса ла әүҙем эш алып барыла, унда Башҡортостандың барлыҡ депутаттары ла ҡушылырға әҙер.

Осрашыу һуңында Башҡортостан Башлығы бар депутаттарҙы ла әүҙем рәүештә һайлаусылар менән осрашырға, уларҙың проблемаларын белеп торорға саҡырҙы.

– Беҙҙең Мәскәүҙәге вәкиллек мөмкинлектәрен дә һөҙөмтәлерәк файҙаланырға тәҡдим итәм. Унда эшлекле осрашыуҙар үткәреү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Теләгегеҙ булһа, дүшәмбе һайын үткәрелгән аҙналыҡ оператив кәңәшмәгә лә ҡушыла алаһығыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙҙең һәр уңышығыҙ өсөн ҡыуанырға әҙербеҙ. Шуны онотмағыҙ, һеҙ – Мәскәүҙә Башҡортостандың бер өлөшө.

Фото: Баашҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас