Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Ноябрь 2021, 18:45

Рейдтар башланды

Был юлы “Ишембай – Өфө”, “Күмертау – Өфө” һәм башҡа маршруттар буйынса еңел автомобилдәр, автобустар тикшерелде.

Рейдтар башландыРейдтар башланды
Рейдтар башланды

Транспорт өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Көнбайыш-Урал төбәк-ара автомобиль юлын күҙәтеү дәүләт идаралығы вәкилдәре, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш идаралығы, ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре муниципаль-ара пассажирҙар ташыуҙа законлаштырылмаған хеҙмәт күрһәтеүҙе асыҡлау буйынса сираттағы рейдты ойошторҙо.

Был юлы улар “Ишембай – Өфө”, “Күмертау – Өфө” һәм башҡа маршруттар буйынса еңел автомобилдәрҙе, автобустарҙы тикшерҙе.

"Был йүнәлештә эш планға ярашлы алып барыла. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы сараны ойоштороусы булып тора. Туҡтатылған транспорттарҙың муниципаль-ара ташыуҙар өсөн документтары барлығын тикшерәбеҙ", – тине Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының транспорт өлкәһендәге күҙәтеү буйынса секторы мөдире Максим Имаев.

Еңел автомобилдә кешеләрҙе ташыу өсөн ойошманың йәки шәхси предприятиеның пассажирҙарҙы ташыуға рөхсәте, юллама ҡағыҙы, маршрут картаһының теркәлеүе, водитель танытмаһы, транспорт сараһының техник күҙәтеү үтеүе хаҡында документы булырға тейеш.

Тикшереүселәр рейдтың беренсе сәғәтендә үк лицензияһыҙ кеше ташыу осрағын асыҡланы.

"Бындай ташыуҙың хәүефе нимәлә? Был - бер ниндәй ҙә контроль булмаған хеҙмәт күрһәтеү. Автобустың, шулай уҡ водителдең хәле буйынса ла яҡшыны теләргә ҡала", – тине Максим Имаев.

Рейд барышында асыҡланған осраҡтар буйынса Рәсәйҙең Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексының 14.1.2-се статьяһында ҡаралған тәртип боҙоуҙар буйынса протоколдар төҙөлдө. Материалдар судҡа ебәреләсәк.

Күҙәтеүсе орган вәкилдәре артабан да ошондай рейдтарҙы уҙғарыуҙы дауам итәсәк.

Фото: ЮХХДИ.

#гибддрб #гибддрб_рб #госавтоинспекция #гибддреспубликабашкортостана#гибддрб_итогирейда#минтрансрб

Рейдтар башланды
Рейдтар башланды
Рейдтар башланды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас