Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Ноябрь 2021, 14:00

Шәп мөмкинлекте ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ!

Әгәр һеҙҙе ниндәйҙер һорауҙар борсой икән, яңылыҡта күрһәтелгән телефон буйынса шылтыратығыҙ йәки электрон почтаға яҙып ебәрегеҙ.

Шәп мөмкинлекте ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ!

19 ноябрҙә Башҡортостанда йәшәгәндәргә “Просто право” онлайн ҡабул итеү бүлмәһендә бушлай кәңәш алырға мөмкин. Бөтә Рәсәй балаларға хоҡуҡи ярҙам көнө алдынан Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе теләге булғандарҙы бушлай кәңәштәр алырға саҡыра. Граждандарға профессиональ кәңәштәрҙе Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы, республиканың Дәүләт юридик бюроһы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Башҡортостандың Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкиле бирәсәк.

Теркәлеү өсөн +789177600204 телефоны буйынса шылтыратырға йәки alrf-rb@mail.ru электрон почтаһына ғаризаны ебәрергә мөмкин. Әйткәндәй, онлайн ҡабул итеү бүлмәһе 11.30 сәғәттән 14 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.

20 ноябрҙә Бөтә донъя бала көнө билдәләнә. Ул 1954 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль ассамблеяһы тарафынан барлыҡҡа килгәйне. Тағы биш йыл үткәс, тап ошо көндә Генераль ассмаблея Бала хоҡуҡтары декларацияһын ҡабул итте. 

Бөтә донъя бала көнө - кескәйҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау өсөн яҡшы мөмкинлек ул. Бала - һәммәбеҙҙең йәшәү мәғәнәһе, шатлыҡ-ҡыуанысы, бәхете. Уларһыҙ донъя йәмһеҙ тойола. Барлыҡ тырышлығыбыҙ ҙа бары улар хаҡына. Шуға кескәйҙәр өсөн матур йәшәү шарттарын булдырыу - өлкәндәрҙең мөҡәддәс бурысы.

Әгәр һеҙҙе ниндәйҙер һорауҙар борсой икән, үрҙә күрһәтелгән телефон буйынса шылтыратығыҙ йәки электрон почтаға яҙып ебәрегеҙ. Был мөмкинлекте ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ.

Фото: phonoteka.org

Автор:Айһылыу Низамова