Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Ноябрь 2021, 23:15

Инвалидтар өлөшөнә кем ымһына?

Был заводты 80 миллион һумға һатырға теләйҙәр...

Инвалидтар өлөшөнә кем ымһына?
Инвалидтар өлөшөнә кем ымһына?

“БашАвтодеталь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Өфө филиалының күреү һәләте буйынса инвалид 13 эшсеһе Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына предприятиела күпләп ҡыҫҡартыуҙар алып барылыуына ҡарата сара күреүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткән. Улар Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостандағы идаралығы эшмәкәрлеге менән риза түгел.

“БашАвтодеталь” йәмғиәтенең Өфөләге Достоевский урамы, 135 адресы буйынса урынлашҡан бинаһы һатыла. Милектән алынған аҡса Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте идаралығына күсереләсәк.

Бында физик мөмкинлеге сикләнгән 25 кеше эшләй, уларҙың туғыҙы – I, һигеҙе II һәм III төркөм инвалиды. Әле өсәүһе эштән китергә мәжбүр булған. Хатта бәйән ителеүенсә, ҡалғандарын да ошондай яҙмыш көтә.

Хеҙмәткәрҙәр предприятиены һатыуҙың һәм эштән ебәреүҙең законлылығына йәмәғәт контроле ойоштороуҙы һорай. Коллектив шулай уҡ республика Башлығына, прокуратураға, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына мөрәжәғәт иткән.

Хатҡа ярашлы, “БашАвтодеталь” йәмғиәте етәкселеге Бәләбәй ҡалаһындағы предприятиеның насар хәлдә булыуы һәм уны тотоуҙың файҙа килтермәүенә нигеҙләнеп, һатырға ҡарар иткән. Шул уҡ ваҡытта уның авария хәлендә булғанлығына юридик дәлилдәр килтерелмәгән. Предприятиеның Өфө филиалында ла бинаның күп өлөшө ҡуртымға бирелмәй, бер кем дә ҡуртымсылар эҙләү менән булышмай.

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһына килгән мөрәжәғәттә әйтелеүенсә, предприятиены күрәләтә бөлгөнлөккә төшөрәләр: 2010 йылдан бирле етәкселек эштең яңы алымдарын эҙләү менән шөғөлләнмәй. Әлеге ваҡытта биналар авария хәлендә түгел, бары йылылыҡ системаһын һәм һыу үткәргестәрҙе ремонтлау талап ителә.

Предприятиены һатҡан осраҡта, инвалидтар ҙа һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр ҙә эшһеҙ ҡаласаҡ, ә бинаны емерәсәктәр. Уларға яңы хеҙмәт урындары булдырыу, мәшғүллекте хәстәрләү ҡаралмаған.

Мөрәжәғәт итеүселәр предприятиены һатыуға һәм республиканан активтарҙы ситкә ебәреүгә юл ҡуймауҙы һорай. Ошоға бәйле, 17 ноябрҙә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы был коллектив хатты, мөрәжәғәт иткәндәрҙең мәнфәғәтен яҡлау һәм судҡа ебәреү маҡсатында, Өфөнөң Киров районы прокуратураһына тапшырған.

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, адвокат, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостандағы идаралығы ағзаһы Булат Сафин белдереүенсә, идаралыҡтың мөрәжәғәтте анализлау, учредителдәрҙең документтарын тикшереү, милектең маҡсатҡа ярашлы булыуы тураһында ҡарар ҡабул итеү өлкәһендә вәкәләттәре юҡ. Уның фекеренсә, был йәһәттән прокуратура сара күреп, инвалидтар мәнфәғәтен яҡлап, ҡарарҙы көсөнән сығарыу өсөн судҡа мөрәжәғәт итә ала.

Булат Сафин хәбәр итеүенсә, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостандағы идаралығы заводты 80 миллион һумға һатырға теләй.

29 октябрҙә республика Йәмәғәт палатаһы был хатты Рәсәй Йәмәғәт палатаһына, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенә хәлде ныҡлап өйрәнһендәр өсөн тапшырған булған. Хәл итеү юлдарының береһе – йәмәғәтселек вәкилдәре һәм идаралыҡ эшселәре ҡатнашлығында предприятиены һатмайынса үҫтереү буйынса комиссия төҙөү. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы был осраҡта уның составына Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Сәнәғәт, энергетика һәм инновация министрлығы, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте вәкилдәрен, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостандағы идаралығы, Бөтә Рәсәй инвалидтарының йәмәғәт ойошмаһы идаралығы, шулай уҡ Башҡоростан Йәмәғәт палатаһы ағзаларын индерергә тәҡдим итә.

Фото: op.bashkortostan.ru       

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: