Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Ноябрь 2021, 11:00

Быйыл юл фажиғәләрендә тотош ауыл халҡына торошло юғалтыу кисерҙек...

Бөгөн Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө

Быйыл юл фажиғәләрендә тотош ауыл халҡына торошло юғалтыу кисерҙек...
Быйыл юл фажиғәләрендә тотош ауыл халҡына торошло юғалтыу кисерҙек...

Кисә киске сәғәт 6-ларҙа Иглин районында, Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль юлынының 1232-се саҡрымында, “Лада Приора” менән “Scania” автомобилдәре бәрелешә. “Лада Приора” автомобиле рулендәге 54 йәшлек ир эскән булған – уның ҡанында 0,590 мг/л спирт барлығы асыҡлана. Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобилдәге пассажирҙар - 37 һәм 39 йәшлек ике ҡатын йәрәхәтләнгән, улар дауаханаға оҙатылған. Әгәр "Лада Приора" водителә эскән килеш рулгә ултырмаһа, бәлки, был авария ла булмаҫ ине...

Тыныс тормошта кешеләрҙең юлдарҙа ҡырылыуы – аяныслы хәл. Хәҙер сәфәр йөрөүе лә ҡурҡыныс. Әйтергә кәрәк, был мәсьәлә республика Хөкүмәтендәге аҙналыҡ кәңәшмәләрҙә лә һәр саҡ күтәрелеп тора. Уҙған аҙналағы ултырышта ла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк юлдарында кеше ғүмерҙәрен өҙгән аварияларҙа үлем осраҡтарының артыуын билдәләне.

– Юлдарҙа хәл көсөргәнешле, беҙҙә юл-транспорт ваҡиғалары кәмене, әммә үлеүселәр һаны артты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл башындағы юлдарҙа үлемде кәметеү буйынса ҡуйылған күрһәткестәрҙе үтәмәйбеҙ. Бының сәбәптәре күп. Бер бер нисә ҡарар әҙерләнек, уларҙы ғәмәлгә индерергә кәрәк. Әгәр берҙәм эшләһәк, юлдарҙа кешеләрҙең үлем осрағының кәмеүенә өлгәшәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Быйыл ун айҙа республика юлдарында 3090 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 409 кешенең ғүмере өҙөлгән, 1338-е йәрәхәтләнгән һәм һаулыҡтарына зыян килгән. Төптән уйлап ҡараһаҡ, 409 кеше – тотош ауыл халҡы! Тимәк, беҙ бер йылда ҡот осҡос авариялар һөҙөмтәһендә тағы ла бер ауыл халҡына торошло юғалтыу кисерҙек...

Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл Сибай, Күмертау ҡалаларында, Әлшәй, Архангел, Бишбүләк, Благовещен, Бөрө, Борай, Бөрйән, Ғафури, Йәрмәкәй, Йылайыр, Ҡалтасы, Кушнаренко, Мәләүез, Тәтешле, Туймазы райондарында авариялар һаны артҡан.

Өфө, Нефтекама, Салауат, Сибай, Күмертау ҡалаларында, Бөрө, Мәләүез, Туймазы, Әбйәлил, Әлшәй, Бишбүләк, Благовещен, Бүздәк, Борай, Ғафури, Дыуан, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Кушнаренко, Тәтешле, Өфө, Саҡмағош, Архангел, Бөрйән, Йәрмәкәй, Йылайыр һәм Шаран райондарында кешеләрҙең һәләк булыуына килтергән аварияларҙың күбәйеүе теркәлгән.

Быйыл республика юлдарындағы юл-транспорт ваҡиғаларының 2649-ында водителдәр ғәйепле булһа, 267-һендә – йәйәүлеләр. Шулай уҡ эскән килеш рулгә ултырған водителдәр тарафынан 291 авария ҡылынған һәм уларҙа 61 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Юл-транспорт ваҡиғаларының иң таралғаны – бәрелеш (1372), йәйәүлеләрҙе тапатыу (815), кәртә-ҡаршылыҡтарға бәрелеү (122 осраҡ). Ошондай төрҙәге авариялар Октябрьский, Сибай ҡалаларында, Бөрө, Мәләүез, Әлшәй, Архангел, Баймаҡ, Благовещен, Борай, Бөрйән, Ғафури, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Кушнаренко, Тәтешле, Федоровка, Шишмә, Шаран райондарында йыш теркәлгән. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙарға килгәндә, юл саттарында ҡағиҙәне боҙоу беренсе урында тора – 509 осраҡ, дөрөҫ арауыҡты күҙәтмәү – 314, йәйәүлеләр үткәүелендә ҡағиҙә боҙоу – 2015, ҡаршы һыҙатҡа сығыу – 156.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы авариялар арта. Быйыл шундай 404 осраҡ теркәлгән. Былтырғы менән сағыштырғанда, 16,3 процентҡа күберәк. Уларҙа 16 бала ғүмере өҙөлгән (былтырғыға ҡарағанда 45,5 процентҡа артҡан), 453 бала тән йәрәхәте алған (былтырғы менән сағыштырғанда 21,1 процентҡа күберәк). Бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы авариялар Өфө, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалаларында, шулай уҡ тағы ла 26 районда йыш күҙәтелә.

Стажы ике йылдан кәм булған водителдәр ҡатнашлығында 136 һәләкәт теркәлгән, уларҙа 20 кешенең ғүмере өҙөлгән, 192 кеше йәрәхәттәр алған.  

Пассажирҙар транспорты ҡатнашлығындағы авариялар һаны  ла кәмемәй. Мәҫәлән, йыл башынан улар тарафынан ҡылынған 62 ваҡиғала 11 кеше һәләк булған, 115-е йәрәхәттәр алған.

Һуңғы йылдарҙа республикала юлдарҙы ремонтлап, яңыларын төҙөү буйынса ҙур эштәр атҡарыла, әммә тейешле нормаларға яуап бирмәгәндәре лә етерлек. Юлдарҙың һәм урамдарҙың насар торошо арҡаһында 1035 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Был күрһәткес дөйөм аварияларҙың 35,5 процентын тәшкил итә.

Әлбиттә, аварияларға булышлыҡ иткән сәбәптәр күп, әммә уларҙың күбеһе водителдәрҙең яуапһыҙлығы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәүҙәре арҡаһында була. Мәҫәлән, йыл башынан 3 549925 административ тәртип боҙоу осрағы асыҡланған, уларҙың 67613-ө тупаҫ тип баһалана. Суд органдары эскән килеш автомобилгә идара иткән 9781 водителде танытмаһынан мәхрүм иткән.

Юлдарҙағы хәл һуғыш яланын хәтерләтә, тип әйтһәк тә, хата булмаҫ, сөнки көн дә тиерлек юл-транспорт ваҡиғаларында кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе тураһында борсоулы яңылыҡ ишетеп торабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водителдәрҙең яуапһыҙлығы арҡаһында типһә тимер өҙөрлөк ир-егеттәр, һылыу ҡыҙҙар, яңы ғына йәшәй башлаған балалар һәләк була. Һәр үлемесле тамамланған авария артында селпәрәмә килгән яҙмыштар, берәүҙең берҙән-беренең өҙөлгән ғүмере тора.

Фото: Башҡоротостандың ЮХХДИ идаралығынан.

#гибддреспубликибашкортостан#пропагандагибддрб #гибддуфа#гибддгородуфа #Уфа #госавтоинспекция#ufa 

Быйыл юл фажиғәләрендә тотош ауыл халҡына торошло юғалтыу кисерҙек...
Быйыл юл фажиғәләрендә тотош ауыл халҡына торошло юғалтыу кисерҙек...
Быйыл юл фажиғәләрендә тотош ауыл халҡына торошло юғалтыу кисерҙек...
Быйыл юл фажиғәләрендә тотош ауыл халҡына торошло юғалтыу кисерҙек...
Быйыл юл фажиғәләрендә тотош ауыл халҡына торошло юғалтыу кисерҙек...
Быйыл юл фажиғәләрендә тотош ауыл халҡына торошло юғалтыу кисерҙек...
Быйыл юл фажиғәләрендә тотош ауыл халҡына торошло юғалтыу кисерҙек...
Быйыл юл фажиғәләрендә тотош ауыл халҡына торошло юғалтыу кисерҙек...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: