Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Ноябрь 2021, 13:20

Ә һеҙ ҡурҡаһығыҙмы?

Шуныһы мөһим: cарала ҡатнашҡандарҙан исем-шәрифен күрһәтеү талап ителмәй.

Ә һеҙ ҡурҡаһығыҙмы?
Ә һеҙ ҡурҡаһығыҙмы?

Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе Башҡортостанда йәшәгәндәр араһында ХХI быуатта кешелек алдында торған төп хәүеф төрҙәренә ҡағылышлы һораулама ойоштора. Сарала ҡатнашҡандарҙан исем-шәрифен күрһәтеү талап ителмәй.

Һораулама хәҙерге хоҡуҡтың ысынбарлыҡты ниндәй дәрәжәлә сағылдырыуын анализларға, шулай уҡ ҡануниәтте заман талаптарына яраҡлаштырырға булышлыҡ итәсәк. Бындай саралар теге йәки был ҡануниәт базаларының, ошо йүнәлештәге аҙымдарҙың һөҙөмтәлелеген баһалау мөмкинлеген бирә.

Респонденттарға һорау биреү йомғаҡтары буйынса Рәсәй юристары ассоциацияһының төбәк бүлексәһе закон сығарыу эшмәкәрлегендә файҙаланыу һәм ҡануниәтте камиллаштырыу өсөн тәҡдимдәр әҙерләп, уларҙы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һәм Рәсәй Дәүләт Думаһына ебәрәсәк. Һораулама һөҙөмтәләре шулай уҡ күтәрелгән мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән бүлексә эшмәкәрлеге йүнәлештәрен билдәләүгә лә булышлыҡ итәсәк.

Әйткәндәй, һорамламала теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала. Бының өсөн түбәндәге һылтанма аша үтергә кәрәк: https://alrf-rb.ru/vote

Фото: shnyagi.net

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: