Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
24 Ноябрь 2021, 23:00

Пенсия фонды иҫкәртә

Мутлыҡ ҡылыусылар страховка йыйылмаларын ҡайтарыу тураһында ялған мәғлүмәтле хаттар ебәрә башлаған. Һаҡ булығыҙ!

Пенсия фонды иҫкәртә
Пенсия фонды иҫкәртә

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеше иҫәбенә тиҙ генә байырға теләүселәр табылып тора.

Заман остап бендерҙары йоҡламай: улар мутлыҡ ҡылыуҙың яңы ысулдарын таба. Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Пенсия фонды түбәндәгеләр хаҡында иҫкәртә: мутлыҡ ҡылыусылар “страховка йыйылмаларын ҡайтарыу тураһында”ғы ялған мәғлүмәтле хаттар ебәрә башлаған. Шуға “Кире ҡайтарыуҙы рәсмиләштереү” тигән төймәгә берүк баҫа күрмәгеҙ. Таныш булмаған сайттарға банк карталары мәғлүмәттәрен бирмәгеҙ. Юғиһә мутлыҡ ҡылыусыларҙың “ҡармағы”на эләгеүегеҙ ихтимал.

Фото: Башҡортостан буйынса Пенсия фонды.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: