Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Ноябрь 2021, 22:15

Субсидия биреү шарттары үҙгәрҙе

Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Илнур Мәхмүтов ошо мәсьәләгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.

Субсидия биреү шарттары үҙгәрҙе
Субсидия биреү шарттары үҙгәрҙе

Граждандар һәм ҡулланыусылар уңайлы мөхиттә йәшәүҙе тәьмин итеү өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе ваҡытында түләп барырға тейеш. Әммә бөтәһе лә быға яуаплы ҡарамай – кемдер уны түләргә онота йәки еңел-елпе ҡарай, кемдеңдер тормошта килеп тыуған ауыр хәленә бәйле түләргә мөмкинлеге юҡ.

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү ауыр булған граждандарға дәүләт субсидияһы бирелә. Элек уны алыу өсөн торлаҡ түләүҙәренә бурыс булмауы талап ителеп, уны юллауҙа ауырлыҡтар тыуҙы. Хәҙер был ярҙамдың шарттары үҙгәрҙе. Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Илнур Мәхмүтов ошо мәсьәләгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе:

– Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексына индерелгән яңы төҙәтмәләргә ярашлы, 2022 йылдың 1 ғинуарынан, ғариза биреүсегә ҡарата торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр буйынса бурысты ҡайтартыу тураһында суд ҡарары булған осраҡта ғына, уға субсидия түләүҙән баш тартасаҡтар.

Субсидияға кемдәр дәғүә итә?

Дәүләт һәм муниципаль торлаҡ фондының торлаҡ биналарын ҡулланыусыларҙың, шәхси торлаҡ фондынан торлаҡ бинаһын яллап йәшәгәндәрҙең, торлаҡ кооперативы ағзаларының, торлаҡ бинаһы хужаларының был субсидияға хоҡуғы бар.

Күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн коммуналь хеҙмәттәргә сығымдарҙың рөхсәт ителгән минималь өлөшө килемдән – 13, 70 йәштән өлкән яңғыҙҙар өсөн — 16, яңғыҙ йәшәгән 60 йәштән өлкән ир-ат һәм 55 йәше тулған ҡатын-ҡыҙ өсөн — 18, граждандарҙың башҡа категориялары өсөн 20 процентын тәшкил иткәндә, субсидия түләнә.

Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн, республика Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең рәсми сайтында (http://rcspn.mintrudrb.ru) субсидияларҙың онлайн калькуляторы ҡуйылған, уны файҙаланып, кешеләр ярҙамға хоҡуғын үҙаллы тикшерә ала.

Субсидия юллау өсөн ниндәй документтар талап ителә?

– Субсидия биреүгә ғариза;

– ғаиләләге бәлиғ булған граждандарҙың шәхси мәғлүмәттәрен тикшереүгә ғариза;

– ғариза биреүсенең һәм уның ғаилә ағзаларының шәхесен билдәләгән документтар;

– торлаҡ бинаһының хоҡуҡи документтары;

– ғариза биреүсенең һәм уның ғаилә ағзаларының һуңғы алты айға килеме тураһында мәғлүмәттәр.

Документтарҙы “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы, Күп функциялы үҙәк бүлексәләре, Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең филиалдары аша 8 (347) 200-80-80 телефоны йәки http://rcspn.mintrudrb.ru/appointment һылтанмаһы аша электрон рәүештә яҙылып тапшырырға мөмкин.   

Шулай уҡ 8 (347) 200-80-80 телефоны аша 8.30 - 17.30 сәғәттәрҙә шылтыратып, консультация алырға була.

Өҫтәп шуны ла әйтергә кәрәктер, йыл башынан Федераль суд приставы хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү буйынса бурысты ҡайтарыу тураһында 74 мең башҡарыу документы мәжбүри ҡайтарыуҙа булһа, уның 33 меңе быйыл күрһәтелде. 2020 йылда был һандар күпкә кәм ине, йәғни бөтәһе 59,5 мең документ башҡарыуҙа булһа, уларҙың 27 меңе яңы килгәндәрен тәшкил итте.   

Автор фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: