Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Ноябрь 2021, 16:00

Юридик ярҙам бушлай күрһәтеләсәк

Республиканың төрлө ҡалаларында һәм райондарында үткәрелгән сарала төрлө ведомстволар вәкилдәре ҡатнаша. Адрестар түбәндәге мәғлүмәттә күрһәтелгән.

Юридик ярҙам бушлай күрһәтеләсәк
Юридик ярҙам бушлай күрһәтеләсәк

Иртәгә масштаблы, социаль йүнәлешле сара – Бөтә Рәсәй берҙәм бушлай юридик ярҙам күрһәтеү көнө  –  үткәрелә. Был проектҡа Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре ҡушыла.

Акция граждандарҙың юғары квалификациялы юридик ярҙам файҙалана алыуына йүнәлтелә һәм үҙ эсенә бушлай юридик кәңәш биреүҙе ала. Граждандарға ғәмәлдәге закондар положениелары аңлатыласаҡ, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса кәңәштәр биреләсәк. Граждандарҙы төрлө ведомстволар, шул иҫәптән республика Прокуратураһы, Башҡортостан буйынса Суд приставтары федераль хеҙмәте идаралығы, республиканың Адвокаттар, Нотариаль палаталары, республиканың Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте идаралығы һәм башҡа вәкилдәре ҡатнаша.

Кәңәш биреү санитария-эпидемиологик талаптарҙы һәм сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып үтекәрелә. Сараны Рәсәйҙең Юристар ассоциацияһы ойоштора.

Бушлай юридик ярҙам үҙәктәре адрестары һәм графигы:

Өфө ҡалаһы

  1. Достоевский урамы, 73-сө йорт, 10-дан 14 сәғәткә тиклем;
    2. Достоевский урамы, 131-се йорт, 10-дан 13 сәғәткә тиклем;
    3. Коммунистик урам, 116-сы йорт, 12-се бүлмә, 8-се ҡат, 14-тән 18 сәғәткә тиклем.Башҡортостандың башҡа ҡалаларында һәм райондарында:
    1. Күмертау ҡалаһы, Ленин урамы, 18-се йорт, Күмертау ҡала округы хакимиәте 9-ҙан 13  сәғәткә тиклем,  2-17-71 йәки 89053530739 телефоны буйынса яҙылырға мөмкин;
    2. Сибай ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 50-се йорт, 14-тән 18 сәғәткә тиклем;
    3. Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 118-се йорт, 24-се бүлмә, 10-дан 13 сәғәткә тиклем;
    4. Ишембай ҡалаһы, Революцион урам, 3-сө йорт, 1-се кабинет,  10-дан 13 сәғәткә тиклем;
    5. Архангел ауылы, Крупская тыҡрығы, 2-се йорт, 10.00-дан  13 сәғәткә тиклем;
    6. Аҡъяр ауылы, Салауат Юлаев урамы, 45-се йорт, 1-се бүлмә, 10-дан 18 сәғәткә тиклем;
    7.  Асҡын ауылы, Совет урамы, 21-се йорт, 9.-ҙан 13 сәғәткә тиклем;
    8. Бәләбәй ҡалаһы, Ҡыҙыл урам, 116-сы йорт, 10-дан 13 сәғәткә тиклем;
    9. Бишбүләк ауылы, Еңеү урамы, 13-сө йорт, 205-се бүлмә, 10-дан 13 сәғәткә тиклем;
    10. Буздәк ауылы, Ҡыҙыл майҙан урамы, 15-се йорт, 10-дан  13 сәғәткә тиклем
    11. Үрге Йәркәй ауылы, Ҡыҙыл армия урамы, 35-се йорт, 18-се бүлмә,  14-тән  17 сәғәткә тиклем.
    12. Красноусол  ауылы, Октябрь урамы, 2-се йорт, 9-ҙан 12 сәғәткә тиклем;
    13. Дәүләкән ҡалаһы, Еңеү урамы, 23-сө йорт, 25-се офис,  09.30-ҙан 13 сәғәткә тиклем;
    14. Дәүләкән ҡалаһы, Мәжит Ғафури урамы, 4-се йорт, 25-се офис, 09.30-ҙан 13 сәғәткә тиклем;
    15. Дүртөйлө ҡалаһы, Социалистик урам, 30-сы йорт, 10-дан 12 сәғәткә тиклем;
    16. Иглин ауылы, Ленин урамы, 141-се йорт, 9-ҙан 13 сәғәткә тиклем;
    17. Иҫәнғол ауылы, Совет урамы, 3-сө йорт, 125-се кабинет, 10-дан 17 сәғәткә тиклем;
    18. Ҡариҙел ауылы, Ленин урамы, 24-се йорт, 9-ҙан 13 сәғәткә тиклем;
    19. Ҡырмыҫҡалы ауылы, Йылға тыҡрығы, 7-се йорт, 10-дан 13 сәғәткә тиклем;
    20. Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы, Ғөбәйҙуллин урамы, 137-се йорт, 9-ҙан 13 сәғәткә тиклем;
    21. Кушнаренко ауылы, Октябрь урамы, 59-сы йорт, 10-дан 12 сәғәткә тиклем;
    22. Талбазы ауылы, Ленин урамы, 84-се йорт, 10-дан 12 сәғәткә тиклем;
    23. Учалы ҡалаһы,  К. Маркс урамы, 1-се йорт, 21-се йорт, 10-дан 12 сәғәткә тиклем;
    24. Саҡмағош ауылы, Ленин урамы, 57-се йорт, 1-се ҡат, 10-дан 13 сәғәткә тиклем;
    25. Шишмә ауылы, Дуҫлыҡ проспекты, 1 Б йорт, 10-дан 16 сәғәткә тиклем;
    26. Белорет ҡалаһы, Ленин урамы, 69-сы йорт, 10-дан 12 сәғәткә тиклем;
    27. Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 15-се йорт, 10-дан 12  сәғәткә тиклем;
    28. Мәләүез. 14-тән 18 сәғәткә тиклем ҡабул итеү. Ленин урамы, 75-се йорт. 2-се офис.

Фото: phonoteka.org

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: