Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
27 Ноябрь 2021, 15:30

Юристар ҡор йыя

Форумда яңы технологияларға бәйле яңылыҡтар, шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлауҙы тәьмин итеү, яңы йүнәлештәр буйынса юристар әҙерләү, һанлы грамоталылыҡты үҫтереү һәм башҡа мәсьәләләр ҡараласаҡ.

Юристар ҡор йыя
Юристар ҡор йыя

9-10 декабрҙә Өфөлә “Заман шарттарында хоҡуҡи системаның үҙгәреше” VII Рәсәй юридик форумы үтәсәк.

Эшлекле сараның төп өлөшө буласаҡ пленар ултырышта илдең алдынғы юристары заман шарттарында хоҡуҡи мәсьәләләрҙе хәл итеү, юриспруденция өлкәһенең көнүҙәк һорауҙары тураһында фекер алышасаҡ. Форум “Торатау” конгресс-холындағы һәм “Crowne Plaza” отелендәге майҙансыҡтарҙа үтәсәк.

"Фекер алышыуҙың төп йүнәлеше хоҡуҡи система үҙгәрешенең йәмғиәт һәм дәүләт өсөн айырыуса мөһим аспекттарына ҡағыласаҡ. Мәҫәлән, яңы технологияларға бәйле яңылыҡтар, шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлауҙы тәьмин итеү, яңы йүнәлештәр буйынса юристар әҙерләү, һанлы грамоталылыҡты үҫтереү һәм башҡалар", - тип Рәсәй юристары ассоциацияһының төбәк бүлексәһе рәйесе, Дәүләт Думаһының Дәүләт ҡоролошо һәм закондар сығарыу буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ирина Панькинаның фекере менән уртаҡлашты матбуғат хеҙмәте.

Форумға ярашлы, шулай уҡ Рәсәй юристары ассоциацияһы төбәк бүлексәһе конференцияһы, уның ҡарамағындағы йәш юристар советы ултырышы, Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы диктант ойоштороласаҡ. Быларҙан тыш, сара барышында Дәүләт Думаһының Дәүләт ҡоролошо һәм закондар сығарыу буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинниковтың “Семь жизней графа Михаила Сперанского” китабының исем туйы үтәсәк. Ул дәүләт эшмәкәренең тыуыуына 250 йыл тулыуға арналған.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53719

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: