Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
29 Ноябрь 2021, 13:30

Тиҙҙән юридик форум була

Сарала илдең алдынғы юристары заманса шарттарҙа хоҡуҡи көйләү һәм юриспруденцияның көнүҙәк йүнәлештәре хаҡында аралашасаҡ.

Тиҙҙән юридик форум була
Тиҙҙән юридик форум була

9-10 декабрҙә Өфөлә VII дөйөм Рәсәй “Заманса саҡырыуҙар дәүерендә хоҡуҡи системаны үҙгәртеп ҡороу” юридик форумы уҙғарыла.

Ойоштороусылар белдереүенсә, сарала илдең алдынғы юристары заманса шарттарҙа хоҡуҡи көйләү һәм юриспруденцияның көнүҙәк йүнәлештәре хаҡында фекер алышасаҡ. Форум “Торатау” Конгресс-холында һәм “Crowne Plaza” отеле майҙансыҡтарында үтә.

Сара сиктәрендә Рәсәй Юристар ассоциацияһының төбәк бүлексәһе һәм уның ҡарамағындағы йәш юристар советы кәңәшмәһе була. Ойошманың урындағы бүлексәләре рәйестәре өсөн семинар һәм “Legal Battle” интеллектуаль уйыны планлаштырылған.

Бынан тыш, онлайн форматта  бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы диктант үткәрелә.

Форум йыл һайын бирелгән “Йыл юрисы” премияһын тапшырыу менән тамамланасаҡ.

Фото: pravitelstvorb.ru

Сығанаҡ: VII Общероссийский юридический форум «Трансформация правовой системы в эпоху современных вызовов» - Правительство Республики Башкортостан (pravitelstvorb.ru)

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: