Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Ноябрь 2021, 14:00

Атай йә әсәй алимент түләмәһә...

Ирина Панькина: "Быйыл беҙ 3,5 меңдән ашыу ялыуҙы тикшерҙек".

Атай йә әсәй алимент түләмәһә...
Атай йә әсәй алимент түләмәһә...

Бөгөн Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм закон сығарыу буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина “Crowne Plaza” ҡунаҡханаһы майҙансығында 9-10 декабрҙә Өфөлә уҙасаҡ VII дөйөм Рәсәй “Заманса саҡырыуҙар дәүерендә хоҡуҡи системаны үҙгәртеп ҡороу” юридик форумы айҡанлы журналистар менән осрашты.

Ирина Александровна белдереүенсә, Рәсәй Юристары ассоциацияһының төбәк бүлексәләре араһында Башҡортостан бүлексәһе беренсе урын алған һәм был белгестәрҙең ҙур командаһының эш һөҙөмтәһе булып тора. Әлеге ваҡытта республикала ассоциацияның 51 бүлексәһе бар, һуңғы ике ай эсендә Хәйбулла һәм Ейәнсура райондарында ла бүлексәләр асылған. Унда эшлекле һәм үҙ һөнәрҙәренең оҫталары булған юристар эшләй.  Иң төпкөл райондарҙа ла халыҡҡа төрлө һорауҙар буйынса бушлай ярҙам иткән ошондай бүлексәләр барлыҡҡа киләсәк, тип уртаҡлашты депутат.

– Быйыл беҙ 3,5 меңдән ашыу ялыуҙы тикшерҙек. Был - бик яҡшы күрһәткес, тип иҫәпләйем. Пандемия индергән сикләүҙәр эҙемтәһеҙ үтмәй, шуға ла әлеге ситтән тороп эшләү алымына ҡулайлашып, ярҙам күрһәтәбеҙ. Башҡортостанда эшләү календарь планына ярашлы, ике тапҡыр коррупцияға ҡаршы диктант яҙыу ҡаралған. Тәүгеһен Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты студенттары менән ойошторҙоҡ, икенсеһе 9 декабрҙә – Коррупцияға ҡаршы көрәш көнөндә республика Хөкүмәте ағзалары һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында уҙасаҡ.

Бөгөнгә ҡарата республика бүлексәһе хеҙмәттәшлек итеү тураһында 43 килешеү төҙөнө, шул иҫәптән суд приставтары хеҙмәте менән дә. Әйткәндәй, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе - Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы менән хеҙмәттәшлек килешеү төҙөгән берҙән-бер бүлексә, башҡа төбәктәрҙә ундай килешеүҙәр юҡ.

Халыҡтан ялыуҙар күп килә, беҙ социологик һорау алыуҙар ойошторабыҙ. Иң күп ялыуҙар алимент бурыстарын үтәмәүгә ҡағыла. Был мәсьәлә федераль кимәлдә лә, республикала ла киҫкен тора. Шулай уҡ ергә бәйле бәхәстәргә бәйле ялыуҙар күп. Киберенәйәтселеккә ҡаршы көрәш, шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау кеүек мәсьәләләр көнүҙәк булып тора.

Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе “Изге хоҡуҡ” махсус проектын ғәмәлгә ашыра башланы. Ул изге эштәр атҡарыуға йүнәлтелгән. Бүлексә Өфө хосписына даими ярҙам итеп тора, шулай уҡ алдағы айҙарҙа Күмертауҙағы балалар йортон да шефлыҡҡа алырға уйлайбыҙ, – тип ҡыҫҡаса пландары менән уртаҡлашты Ирина Александровна.

Автор фотоһы.

Атай йә әсәй алимент түләмәһә...
Атай йә әсәй алимент түләмәһә...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: