Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Ноябрь 2021, 16:17

Еңел аҡса эшләйем тип...

Өфөлә йәшәгән бер ир, 81 миллион һумдан ашыу аҡсаға конкурста еңергә “ярҙам итергә тырышҡан” аралашсы булараҡ, енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ.

 Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының айырыуса мөһим эштәрҙе тикшергән өсөнсө бүлеге 44 йәшлек Өфө кешеһенә ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы. Был ир Рәсәй Енәйәт кодексының 204.1-се статьяһының 3-сө өлөшө буйынса ғәйепләнә – “айырыуса ҙур күләмдә коммерция сауҙаһында аралашсылыҡ иткәне өсөн”.

Тәфтишселәр асыҡлауынса, ҙур нефть эшкәрткән компанияның бүлек начальнигы үҙенең өс аралашсыһы аша, улар араһында ғәйепләнеүсе лә бар, подрядсы ойошма компанияһы директорына Алыҫ Себерҙәге районда урынлашҡан ятҡылыҡта нефть сығарыу ҡорамалын техник ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү эштәрен атҡарыу буйынса ҙур килешеү төҙөү буйынса конкурста еңергә ярҙам тәҡдим итә. Күрһәткән хеҙмәте өсөн контракт хаҡының 8,5 процентын, йәғни 81,6 миллион һум, түләргә кәрәклеген белдерә.

Подрядсы ойошма еңеп сыҡҡандан һуң, аралашсы, директор менән килешелгән аҡсаның бер өлөшөн – 15 миллион һумды тапшырғанда, Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алына.

Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуын таныған. Был эш тамамланып, ҡарау өсөн судҡа ебәрелгән. Әле бүлек начальнигына һәм ике аралашсыға ҡағылышлы енәйәт эшен тикшереү дауам итә.

Еңел аҡса булмай ул, шуға ла ришүәтселәр бер эләкмәһә, бер эләгә.

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: