Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Ноябрь 2021, 16:18

Ер һатып ятҡан

Иглин районында ауыл биләмәһе башлығы, хужалыҡ китабынан ялған өҙөмтә биреп, ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы Иглин район-ара тәфтиш бүлеге Үктәй ауыл биләмәһе хакимиәте башлығына ҡарата енәйәт эшен тамамланы. 32 йәшлек етәксе “хеҙмәт ялғанлығы”, “ришүәт алыу” статьялары буйынса ғәйепләнә.

Тәфтишселәр билдәләүенсә, 2021 йылдың август-сентябрь айҙарында бер кеше атаһының милегендә булған ер майҙанын алыуҙа һәм рәсмиләштереүҙә ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Ул ауыл биләмәһендә йәшәмәгән һәм теркәлмәгән, шуға ла бушлай ер алыуға хоҡуғы булмаған.

Ауыл биләмәһе башлығы ризалашҡан, әммә алмашҡа 120 мең һум аҡса һораған. Чиновник аҡсаны алған саҡта  йорт хужалығы кенәгәһенән “Үктәй ауылында 33 сутый ере бар” тигән ялған өҙөмтәне тапшырған. Шул мәлдә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Иглин районы бүлегенең иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш хеҙмәткәрҙәре ришүәтсене ҡулған алған.

Хакимиәт башлығы ғәйебен өлөшләтә генә таныған. Әле енәйәт эше судҡа тапшырылған.

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: