Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Ноябрь 2021, 16:09

Етем илаһа, ер-һыу илар...

Фирҙәүес ун йылдан һуң фатирлы булды.

mkset.ru
Фото:mkset.ru

Белорет районында етем балаларға емерек, йәшәүгә яраҡһыҙ йорттар биреү тураһында бынан ете йыл элек үк йәмғәтселеккә билдәле булғайны. Әммә мәсьәлә быйыл ғына ыңғай хәл ителде.

2014–2016 йылдарҙа районда етем балаға санитар талаптарға яуап бирмәгән фатирҙар тапшырылған. Фатир хужалары ризаһыҙлыҡ белдереп һәм сара күреүҙәрен һорап, район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә, әммә урындағы етәкселек сара күрмәй, хәлде асыҡлау һәм йорттарҙың йәшәүгә яраҡлылығын тикшереү өсөн комиссия ебәрелмәй.

Фирҙәүес Шәйхетдинов, үҙенең торлаҡҡа хоҡуғын даулап, ун йылдан ашыу төрлө инстанцияларҙың тупһаһын тапай.

Был хәлгә Республика Башлығы Радий Хәбиров та битараф ҡалманы.

Шулай итеп, ғәҙеллек өҫкә сыҡты – быйыл сентябрҙә Фирҙәүес Шәйхетдинов фатир асҡысын алды. Егеттең ғаиләһе бар, хәҙер уға дәүләт биргән торлаҡтың ҡәҙерен белеп, матур итеп йәшәргә генә ҡала.

Ғөмүмән, етемдәргә йәшәүгә яраҡһыҙ торлаҡ биреү республиканың, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә лә осрап тора. Республика Башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары буйынса совет секретары Зөлфиә Ғайсина билдәләүенсә, бынан бер нисә йыл элек төбәктә бындай хәлдәр Мәсетле, Балаҡатай, Белорет һәм Баймаҡ райондарында теркәлгән.

Шуны ла билдәләргә кәрәк: һуңғы йылдарҙа йәмәғәтселек, республика етәксеһенең был мәсьәләгә ныҡлап иғтибар биреүе һөҙөмтәһендә хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Мәҫәлән, 2020 йыл төбәктә дәүләттән торлаҡ алыуға хоҡуғы булған 4285 бала иҫәпләнһә, әле 650-700 етем бала “мөйөшлө” булған. Шуға ла 2024 йылда был мәсьәлә тулыһынса хәл ителер, тигән өмөт бар.

Республикаға идара итеү үҙәге килтергән мәғлүмәттәр буйынса, 2021 йылға ҡарата Өфө ҡалаһында 1188 етем бала торлаҡҡа сиратта торған. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2019–2020 йылдарҙа бындай категорияға ҡараған граждандарға торлаҡ алыуға 317 миллион һум бүленгән, төҙөлгән йорттарҙан фатир алыу өсөн 220 килешеү төҙөлгән. Әммә бүленгән аҡса дәүләт вәкәләттәрен тулыһынса үтәүгә етмәй. Етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү республика иңендә һәм бюджеттан бүленгән лимитҡа бәйле, тип аңлаттылар ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, ата-әсәһе булмаған етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү – ил кимәлендәге көнүҙәк мәсьәлә ул. Рәсәйҙең Иҫәп Палатаһы, бындай категорияға ҡараған граждандарға ярҙам итеү юлы һөҙөмтәле түгел, тип иҫәпләй, сөнки ҡайһы бер төбәктәрҙә 20 йылдан ашыу фатир көтөргә мәжбүрҙәр. Хәл йылдан-йыл ҡатмарлаша бара, торлаҡ алыуға хоҡуғы булып та, әле һаман тейешлеһен ала алмай интеккәндәр һаны артҡандан-арта. 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата улар илдә 175 меңдән ашыу булһа, 2020 йылдың башына 191 меңдән артып киткән. Дөйөм сират һаны һуңғы биш йылда 50 мең кешегә артҡан, уларҙың 68 проценты – 18 йәше тулған граждандар.

Мәғлүм булыуынса, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар 14 йәштән торлаҡҡа сиратҡа ҡуйыла һәм, бәлиғ булғас, уны алыу хоҡуғына эйә. Бындай граждандар исемлеге 2013 йылдан алып барыла. Уға ярашлы, 2020 йылдың башына ҡарата фатирға мохтаж 279 мең етем бала сиратта торған.

 Етем илаһа, ер-һыу илар. Шуға ла етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин иткәндә мутлашыусылар ҡасан да булһа яуап бирәсәк. Һәм хатта унан ҡасып ҡалып булһа ла, намыҫтан йәшенеп ҡалыу мөмкинме икән?.. 

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: