Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Ноябрь 2021, 16:14

Коллекторҙар йонсотһа...

vk.com
Фото:vk.com

Коллекторҙар, микрофинанс ойошмалар эҙәрлекләһә, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Күптәрҙе ошондай һорау борсой. Быға ла яуап булды.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәлдәр осрап тора. Мәҫәлән, “ББ Финанс” микрокредит компанияһының ошондай законһыҙ эшмәкәрлегенә сик ҡуйҙыҡ. Был ойошма бер ҡатынды кәмһетеп, психологик баҫым яһап, аҡсаһын ҡайтарырға маташҡан.   

Федераль суд приставтары хеҙмәткәрҙәре, “ББ Финанс” ойошмаһының ғәйепле булыуын иҫбатлап, административ яуаплылыҡҡа тарттырыуға өлгәште. Компания директоры ла закон буйынса яуап бирәсәк, уға ҡарата ла административ эш ҡуҙғатылған.

Хәл былай булды. Беҙҙең идаралыҡҡа Нефтекама ҡалаһынан 34 йәшлек ҡатын, “WhatsApp” аша алған хәбәрҙәргә зарланып  мөрәжәғәт итте. Билдәһеҙ кешеләр унан аҡсаны ҡайтарыуҙы талап итеп кенә ҡалмаған, ә үҙенең һәм туғандарының һаулығына зыян килтереү менән янаған. Бынан тыш, бурысты ҡайтарыу буйынса мәсьәлә судҡа тапшырыласаҡ, тип ялған фекер тыуҙырғандар. Улар ебәргән хәбәрҙәрендә кешене кәмһеткән насар һүҙҙәр ҡулланған.

Суд приставтары был янауҙарҙың “ББ Финанс” ойошмаһынан килеүен асыҡланы һәм компанияға, 230-сы Федераль законды һәм кеше хоҡуҡтарын боҙған өсөн, Рәсәй Федерацияһының Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексының 14.57-се статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында эш ҡуҙғатты. Ойошманың ғәйебе иҫбатланды һәм уға 50 мең һум күләмендә штраф һалынды. Уның директорына ҡарата ҡуҙғатылған эш тә тиҙҙән ҡараласаҡ.

Ғөмүмән, кредит биреүселәр (коллекторҙар) һәм уларҙың исеменән сығыш яһағандар бурыслы кеше менән мәсьәләне хәл итеүҙе шәхси осрашыу, телефон аша аралашыу, текст яҙыу йәки яҙма хәбәр ебәреү ысулы аша хәл итә ала. Шул уҡ ваҡытта, 230-сы Федераль законға ярашлы, бындай аралашыуҙар һаны сикләнгән. Был законға ярашлы, бурыслыға уның намыҫын һәм абруйын кәмһеткән һүҙҙәр ҡулланып, психологик баҫым яһау, бурыс түләмәгәндә ниндәйҙер эҙемтәләр килтерәсәге тураһында хата фекергә төшөрөү тыйыла. Кешенең һаулығына, ғүмеренә зыян ҡылыу, мөлкәтен юҡ итеү йәки боҙоу менән янарға ла ярамай. 

Суд приставтары хеҙмәтенең вәкәләтле кешеләре кредит биреүселәргә (коллекторҙарға) ҡарата административ протокол төҙөп кенә ҡалмай, ә уларҙы ҡарау хоҡуғына ла эйә. Шуға ла, әгәр һеҙгә кредит биреүселәр (коллекторҙар) шылтыратһа, һәм һеҙ улар менән нисек дөрөҫ хеҙмәттәшлек итергә белмәһәгеҙ, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының дәүләт реестрын алып барыу һәм ваҡытында түләнмәгән бурысты ҡайтарыу эшмәкәрлеген бойомға ашырған юридик ойошмаларҙы күҙәтеү буйынса бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ:

– шәхси ҡабул итеү ваҡытында – Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 95-се йорт, 310-сы кабинет;

– “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына  – 8 (347) 273-71-49;

– “Бәйләнеш”тәге “Коллекторҙарҙы күҙәтеү” махсус төркөмөнә – https://vk.com/club151159628.

Рәмилә МУСИНА

 

Читайте нас: