Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Ноябрь 2021, 16:20

Мутлашыу асыҡланған

newvz.ru
Фото:newvz.ru

Өфө ҡалаһының район суды 39 йәшлек иргә ҡарата хөкөм сығарҙы. Ул “вазифа вәкәләттәрен арттырыу” статьяһы буйынса ғәйепле тип табылған.

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Өфө ҡалаһы Совет районы бүлеге начальнигы урынбаҫарының ҡулында залогтағы фатирҙы банк файҙаһына ҡайтарыу тураһындағы башҡарыу эше булған. Торлаҡ сауҙала һатыла һәм еңеүсе Дәүләт милегенә идаралыҡ буйынса федераль агентлыҡҡа ике миллион һумдан ашыу күләмендә аҡса күсерә.

Суд приставы, был осраҡ буйынса башҡарыу ҡағыҙының алыныуын һәм эш туҡтатылырға тейешлеген, ғәйепләнеүсе ҡулға алынған мөлкәтте һатыу буйынса дәүләт контракттары менән шөғөлләнгән “ИМАР Трейд” йәмғиәте иҫәбенә аҡса күсергәнен белә тороп, автоматлаштырылған системаға “коммерция фирмаһы башҡарыусы яҡ булып тора” тигән ялған мәғлүмәт индерә. Аҙаҡ иһә ике миллион һумдан ашыу аҡса компания етәкселеге тарафынан урлана.

Көсөнә ингән суд ҡарарына ярашлы, матди ҡаҙа күреүсегә Рәсәй ҡаҙнаһы иҫәбенән зыян ҡаплатыла.  

Был енәйәт суд приставтарының хәүеф­һеҙлек хеҙмәте тарафынан асылған, әммә хөкөм ителеүсе үҙенең ғәйебен танымаған.

Шулай итеп, суд приставы биш йылға шартлы һынау мөҙҙәте менән иркенән мәхрүм ителә, шулай уға ике йыл дауамында дәүләт хеҙмәте вазифаһын биләү ҙә тыйыла.

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: