Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Ноябрь 2021, 16:21

Нәфсе яҡшыға илтмәй

lentachel.ru
Фото:lentachel.ru

Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең элекке хеҙмәткәре вәкәләттәрен арттырыуҙа, ришүәт алыуҙа һәм холоҡ төҙәтеү колонияһы биләмәһендә наркотик матдәләр таратыуҙа ғәйепле, тип табылды.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы Салауат ҡалаһы буйынса тәфтиш бүлеге туплаған дәлилдәр һөҙөмтәһендә “Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығының 2-се холоҡ төҙәтеү колонияһы” учреждениеһы хәүефһеҙлек бүлеге күҙәтеү төркөмөнөң кесе инспекторы “хеҙмәт вәкәләттәрен арттырыу”, “ришүәт алыу”, “ваҡ ришүәтселек”, “хеҙмәт вәкәләттәрен файҙаланып, наркотик сараларҙы һатырға тырышыу” статьялары буйынса ғәйепле тип табылды.

Тәфтишселәр асыҡлауынса, 24 йәшлек хеҙмәткәр 2020 йылдың октябренән 2021 йылдың ғинуарынаса хөкөм ителеп, колонияла ултырған кешегә мобиль телефон, наркотик саралар һәм “насвай” ташыған. Ришүәт күләме, килтерелгән тауар хаҡынан сығып, 2,5 мең һумдан алып 15 мең һумға тиклем тәшкил иткән. Шулай итеп, ошо ваҡыт эсендә ул 34 мең һум ришүәт алып өлгөргән.

Быйыл ғинуарҙа колонияның хәүефһеҙлек хеҙмәте бүлеге инспекторҙы холоҡ төҙәтеү колонияһы биләмәһенә наркотик матдәләр индереп маташҡанда ҡулға ала. Тикшереү барышында уның тарафынан ҡылынған башҡа енәйәт осраҡтары асыҡлана.

Хөкөм ителеүсе ғәйебен таныған, насар ҡылығы өсөн уны эшенән ҡыуғандар. Ошо көндәрҙә суд элекке инспекторҙы ете йыл да алты айға иркенән мәхрүм итте. Ул был язаны ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында уҙғарасаҡ, шулай уҡ 150 мең һум күләмендә штраф түләйәсәк.

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: