Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Ноябрь 2021, 16:10

Субсидия биреү тәртибе үҙгәрәсәк

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләүе ауыр булған граждандарға дәүләт субсидияһы бирелә. Элек уны алыу өсөн торлаҡ түләүҙәренә бурыс булмауы талап ителеп, юллауҙа ауырлыҡтар тыуҙы. Хәҙер был ярҙамдың шарттары үҙгәрҙе. Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Илнур МӘХМҮТОВ ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе.

– Граждандар һәм ҡул­ланыусылар уңайлы мөхиттә йәшәүҙе тәьмин итеү өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе ваҡытында түләп барырға тейеш. Әммә бөтәһе лә быға яуаплы ҡарамай – кемдер уны түләргә онота йәки еңел-елпе башҡара, кемдеңдер тормошта килеп тыуған ауыр хәленә бәйле түләргә мөмкинлеге юҡ.

Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексына индерелгән яңы төҙәтмәләргә ярашлы, 2022 йылдың 1 ғинуарынан, ғариза биреүсегә ҡарата торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса бурысты ҡайтартыу тураһында суд ҡарары булған осраҡта ғына уға субсидия түләүҙән баш тартасаҡтар.

Субсидияға кемдәр дәғүә итә һуң? Дәүләт һәм муниципаль торлаҡ фондының торлаҡ биналарын ҡулланыусыларҙың, шәхси торлаҡ фондынан торлаҡ бинаһын яллап йәшәгәндәрҙең, торлаҡ кооперативы ағзаларының, торлаҡ бинаһы хужаларының уға хоҡуғы бар.

Күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн коммуналь хеҙмәттәргә сығымдарҙың рөхсәт ителгән минималь өлөшө килемдән – 13, 70 йәштән өлкән яңғыҙҙар өсөн — 16, яңғыҙ йәшәгән 60 йәштән өлкән ир-ат һәм 55 йәше тулған ҡатын-ҡыҙ өсөн — 18, граждандарҙың башҡа категориялары өсөн 20 процент тәшкил иткәндә, субсидия түләнә.

Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн, республика Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең рәсми сайтында (http://rcspn.mintrudrb.ru) субсидияларҙың онлайн калькуляторы ҡуйылған, унан файҙаланып, кешеләр ярҙамға хоҡуғын үҙаллы тикшерә ала.

Субсидия юллау өсөн түбәндәге документтар талап ителә:

– субсидия биреүгә ғариза;

– ғаиләләге бәлиғ булған граждандарҙың шәхси мәғлүмәттәрен тикшереүгә рөхсәт;

– ғариза биреүсенең һәм уның ғаилә ағзаларының шәхесен билдәләгән документтар;

– торлаҡ бинаһының хоҡуҡи документтары;

– ғариза биреүсенең һәм уның ғаилә ағзаларының һуңғы алты айға килеме тураһында мәғлүмәттәр.

Документтарҙы “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы, Күп функциялы үҙәк бүлексәләре, Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең филиалдары аша 8 (347) 200-80-80 телефоны йәки http://rcspn.mintrudrb.ru/appointment һылтанмаһы аша электрон рәүештә яҙылып тапшырырға мөмкин. Шулай уҡ 8 (347) 200-80-80 телефоны аша 8.30 – 17.30 сәғәттәрҙә шылтыратып, консультация алырға була.

Өҫтәп шуны ла әйтергә кәрәктер, йыл башынан Федераль суд приставы хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү буйынса бурысты ҡайтарыу тураһында 74 мең башҡарыу документы әйләнештә булһа, уның 33 меңе быйыл ҡаралды. 2020 йылда был һандар күпкә кәм ине, йәғни бөтәһе 59,5 мең документ башҡарыуҙа булһа, уларҙың 27 меңе яңы килгәндәрен тәшкил итте.

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: