Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Ноябрь 2021, 16:16

Ҡулланыусыларға ярҙам итергә кәрәк

Башҡортостандың ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Валерий Самохин иҫәпләүенсә, ҡануниәттә торлаҡ хужалары ширҡәтенә ҡағылған етешһеҙлектәр бар. Йортҡа ошондай идара итеү төрө арҡаһында фатир хужалары, торлаҡ хужалары ширҡәте насар эшләгән өсөн, кеҫәләренән сығарып түләргә мәжбүр.

– Бик ҡыҙыҡ хәл килеп сыға. Торлаҡ хужалары ширҡәте күрһәткән хеҙмәт сифатһыҙ булһа, ҡулланыусы ғариза менән судҡа мөрәжәғәт итә. Суд иһә, ҡулланыусылар хоҡуғы тураһындағы законға ярашлы, килтерелгән зыянды ғына түгел, шулай уҡ пеня һәм штрафтарҙы түләттерә. Ә бит торлаҡ хужалары ширҡәте аҡса эшләмәй, ә уны шунда йәшәгәндәрҙән йыя. Һөҙөмтәлә улар суд тәғәйенләгән барлыҡ сумманы түләй, – ти Валерий Геннадьевич.

Уның фекеренсә, “ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһындағы ҡануниәт торлаҡ хужалары ширҡәте кеүек йортто хеҙмәтләндереү төрөнә ҡағылырға тейеш түгел”.

– Был осраҡта судҡа мөрәжәғәт итергә һәм сумманы дөйөм итеп түләттерергә кәрәк, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһындағы закон биргән өҫтөнлөктәрһеҙ генә. Был осраҡта штраф кеүек санкциялар ҙа ҡулланылыу дөрөҫ түгел, – тип аңлата ул.

Валерий Самохин был хоҡуҡи “мәғәнәһеҙлеккә” сик ҡуйыу тәҡдиме менән Дәүләт Думаһына сығырға уйлай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәктәр араһында бары Башҡортостанда ғына Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил институты булдырылған. Шуғалыр ҙа инде республика Рәсәйҙә ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау кимәле буйынса былтыр алдынғы урынды биләне, икенсе урында – Ростов өлкәһе, өсөнсө урында – Татарстан.

– Беҙ ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса төбәк программаһын финанслауға, тәьҫир итерлек ярҙам механизмын, шул иҫәптән ҡулланыусыларҙың финанс, йәмәғәт союздарын булдырыуға өлгәштек. Әлбиттә, ковид пандемияһы беҙҙең пландарға йоғонто яһаны. Әммә ҡулланыусыларға ярҙам итергә кәрәк, быны бер нәмәгә ҡарамайынса үтәйәсәкбеҙ, – тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров.

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү министрлығы ҡулланыусылар хоҡуҡтары буйынса вәкил Валерий Самохин менән “мәғлүмәт уртаҡлашыу, ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын күҙәтеү һәм уларҙы яҡлау буйынса мониторинг үткәреү” буйынса килешеү төҙөнө. 

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: