Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Декабрь 2021, 17:50

Тәүге музей – беҙҙә

Тантаналы сара партияның 20 йыллығы айҡанлы ойошторолдо.

Тәүге музей – беҙҙә
Тәүге музей – беҙҙә

Бөгөн Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе музейы асылды. Тантаналы сара партияның 20 йыллығы айҡанлы ойошторолдо. Әйткәндәй, был – Рәсәйҙә партия эшмәкәрлегенә арналған тәүге музей.

“Төҙөлгән мәлдән үк беҙҙең партия илде һәм уның төбәктәрен үҫтереү менән бәйле көнүҙәк мәсьәләләргә тотондо. Тырыш һәм көйлө эше һөҙөмтәһендә “Берҙәм Рәсәй” ике тиҫтә йыл эсендә дәүләттә иң күмәк һәм йоғонтоло сәйәси көскә әүерелде. Ғәҙел көрәштә граждандарҙың ышанысы яуланды”, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

Яңы асылған музейҙа төбәк бүлексәһенең бөтә эшмәкәрлек йүнәлештәре сағыла. Стендтар мәғлүмәткә бик бай. Планшеттарҙа элекке һәм хәҙерге партия ағзаларының фотолары бирелгән. Контроль-ревизия комиссияһы составы, партия яҡлыларҙың эше күрһәтелгән. Рәсәй Президентын, республика Башлығын, депутаттар һайлауға ҡағылған мәғлүмәттәр ҙә бар.

Музей стендтарында бүлексәнең бөгөнгө эшмәкәрлегенә арналған материалдар байтаҡ. Бынан тыш, электрон киоск ҡуйылған. Унда партияның бөтә 63 бүлексәһе тураһында мәғлүмәт тупланасаҡ.

“Әле беҙҙең бүлексә илдә таяныс бүлексәне тәшкил итә. Александр Сидякиндың Мәскәүҙә “Берҙәм Рәсәй”ҙең Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнеүе быға сағыу дәлил, – тине Рөстәм Әхмәҙинуров.  

“Берҙәм Рәсәй” партияһының 20 йыллығын байрам итеү сиктәрендә Сәйәси совет президиумы ултырышы булды. Унда видеоконференцэлемтә тәртибендә партияның 63 урындағы бүлексәһе ҡатнашты. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының идарасы директоры Фәнүр Йәғәфәровҡа, “Социум” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Флүр Дүсмөхәмәтовҡа партия билеттары, ветерандарға рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Ултырыш барышында төбәктә партияның сәйәси һәм социаль проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса фекер алыштылар. Улар араһында “Теләктәр шыршыһы-2022” һәм “Яңы йыл ғаилә уйындары” бар. Быйыл хәйриә акцияһы 6 декабрҙә башлана. Шыршы “Башҡортостан” дәүләт концерт залында һәм Партияның Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә ҡуйыла. 

Ошондай уҡ акцияларҙы республиканың алты округында ойоштороу мәсьәләһе ҡарала. Рөстәм Әхмәҙинуров әйтеүенсә, балаларҙан 1800 хат килгән дә инде. Уларҙың һаны өс меңгә етер, тип күҙаллана. Балаларҙың теләктәрен Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Дәүләт Думаһы, Өфө ҡала Советы депутаттары араһында бүләсәктәр. Бынан тыш, быйыл “Теләктәр шыршыһы” ижади буласаҡ: 13 – 29 декабрҙә инвалид һәм етем балалар “Башҡортостан” дәүләт концерт залына килеп, теләге яҙылған хатты ҡалдырыу, ниндәй ҙә булһа артист менән йырлау, спектаклдә роль башҡарыу мөмкинлегенә эйә. Ғинуарҙа иһә талантлы балалар һәм эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығында бер нисә концерт була.

 

Фото: "Берҙәм Рәсәй" төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: