

Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әгәр ер участкалары 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем кадастр иҫәбенә ҡуйылған, 2022 йылдың 1 мартына хәтлем хосуси милек йәки ҡуртым хоҡуғы теркәлмәгән булһа, улар кадастр иҫәбенән алынып, ирекле стутусына күсерелә, идара итеү хоҡуғы вәкәләтле власть органдары ҡарамағына тапшырыла.
"Башҡортостан биләмәһендә әлеге ваҡытта 60 меңдән ашыу ер участкаһы “ваҡытлыса” статусына эйә. Әгәр ҙә 2022 йылдың 1 мартына тиклем хужалары был участкаларға хоҡуҡтарын теркәмәһә, уларға “архивтыҡы” статусы биреләсәк. Улар асыҡ кадастр картаһында күренмәйәсәк һәм ирекле иҫәпләнәсәк, ә власть органдары биләмәне планлаштырғанда бындай учаскаларҙы кәрәк булғанда файҙалана ала", – тип һөйләне Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марат Мирзаянов.
Шул уҡ ваҡытта, Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, ер участкаһын “ваҡытлыса”нан “архивтыҡы” статусына күсереү уға булған хоҡуҡты туҡтатмай йәки тартып алынмай. Шулай уҡ артабан да уға хоҡуҡты теркәү өсөн кадастр эштәрен уҙғарыуға кәртә лә булмаясаҡ.
Әммә граждандарға, эшҡыуарҙарға кадастрға индерелгән күсемһеҙ милек мәғлүмәттәрен юғалтмаҫ өсөн ғариза менән мөрәжәғәт итеп, ундай ер участкаларына хоҡуҡтарын теркәргә кәрәк, шулай уҡ был дәүләт йәки муниципаль милектә булған участкаға ҡуртым хоҡуғына ла ҡағыла.
"Ҡануниәттә алып ташланған мәғлүмәттәрҙе тағы ла тергеҙеү ҡаралмаған, яңынан кадастр эштәре уҙғарырға тура киләсәк, был иһә өҫтәмә сығымдар түгеүгә булышлыҡ итә", – тип иҫкәртте Марат Мирзаянов.
Участканың статусын ЕГРП өҙөмтәһенән йәки “Росреестр” порталында шәхси кабинет аша "Справочная информация по объектам недвижимости в режиме online" бушлай сервисы аша ҡарарға мөмкин.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, 1998 йылдың 31 ғинуарына тиклем хоҡуғы теркәлгән ер участкалары юридик яҡтан таныла, шуға ла уларҙы кадастр иҫәбенән төшөрөү ҡаралмаған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Хөкүмәте менән Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы күсемһеҙ милек реестрын тулыландырыу, теүәл мәғлүмәттәр индереү буйынса “юл картаһы”н раҫлағайны. Был төбәктең инвестиция, иҡтисад, социаль өлкәһенә ыңғай йоғоното яһаясаҡ.
Мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты.
Фото: oblgazeta.ru