Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Декабрь 2021, 11:00

Полиция хеҙмәткәрен атып ҡасҡандар

Енәйәтселәр Стәрлебаш районынан. Федоровка урманында ҡулға алынғандар.

Полиция хеҙмәткәрен атып ҡасҡандар

Республиканың Стәрлебаш районында ике кеше полиция участковыйҙарына һөжүм иткән.

“Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, участка уполномоченныйҙары хеҙмәтенән ике хеҙмәткәр Аҡшишмә ауылына Рәсәй Тәфтиш комитетының төбәк бүлексәһенә шик аҫтында булған кешене алып килеү өсөн барған. Ҡулға алған саҡта  ғәйепләнеүсе һәм уның әшнәһе ҡаршылыҡ күрһәтә. Полиция хеҙмәткәрҙәре уларға ҡасырға ҡамасауларға тырыша, шул саҡта теге әҙәмдәр берәүһенең табель пистолетын тартып алып, уға бер нисә тапҡыр ата. Полиция хеҙмәткәре яралана һәм дауаханаға оҙатыла”, – тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Енәйәтселәр ҡоралды алып ҡаса. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы Стәрлебаш районының Стәрлебаш ауылында теркәлгән 1969 йылғы Наил Ғизетдинов менән Таллыҡ ауылынан 1979 йылғы Альберт Бохармәтовты эҙләү тураһында иғлан итә. Шулай уҡ ваҡиға урынына ведомствоның оператив эш буйынса бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре ярҙамға сыға.

Тәүҙә Федоровка районында енәйәтселәр ҡасҡан машинаны табалар. Һуңынан үҙҙәренең дә эҙенә төшәләр һәм райондың Үрге Алаштан ауылы эргәһендәге урманда уларҙы ҡулға алалар.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы буйынса участка уполномоченныйҙары бүлеге начальнигы Илшат Хәмиҙуллиндың яурыны һәм аяғы яраланған. Уның хәле тотороҡло ауыр тип баһалана.

Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр идаралығы сайтынан.

Автор:Рәмилә Мусина