Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Декабрь 2021, 16:00

Диктант яҙығыҙ

Барлығы 40 һорау тәҡдим ителәсәк, уларға 30 минут эсендә яуап бирергә кәрәк.

Диктант яҙығыҙ

9 декабрҙә Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнө үткәрелә. Ошо айҡанлы Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы диктант уҙғарыла.

Сарала ҡатнашыу өсөн гаджет (телефон, компьютер, ноутбук, планшет) ярҙамында диктант үткәрелгән сайт платформаһына (антикорр-диктант.рф) инеү зарур. Унда диктант яҙыу тураһындағы сертификатты алыу өсөн анкета мәғлүмәттәрен, шул иҫәптән электрон почта адресын яҙырға кәрәк. Һеҙгә барлығы 40 һорау тәҡдим ителәсәк, уларға 30 минут эсендә яуап биреү ҡаралған.

Сараның маҡсаты - Рәсәйҙә йәшәгәндәрҙең коррупцияға һәм уның механизмдарына ҡаршы көрәш системаһы тураһындағы белемен тикшереү. Диктантты 14 йәше тулған уҡыусылар һәм өлкәндәр яҙа ала.

Фото: msk-news.net

Автор:Айһылыу Низамова